Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЛТЫРМА

Просмотров: 740

ТУЛТЫРМА, б ө й ә т, башҡорт аш-һыуында традицион ит аҙығы. Мал-тыуарҙың, һирәгерәк ҡоштарҙың, эс- ҡарынынан әҙерләнә. Бауыр, йөрәк, үпкә, эс майы, итте ваҡ итеп турап, төрлө тәмләткестәр ҡушып болғайҙар ҙа малдың туҡ эсәгенә (30—40 см оҙонлоҡта) тултыралар һәм ике яғынан еп м‑н бәйләйҙәр. Башҡортостандың көньяҡ- көнсығыш райондарында һирәкләп эслеккә — он, көньяҡта ш. уҡ төрлө ярма (тары, бойҙай, арпа, дөгө; ҡайһы бер осраҡта — бүрттереп) һалғандар. Традицион байрамдар һәм йолалар үткәргәндә Т. табынға өлөш итеп ҡуйғандар. Һуғым ваҡытында һаҡламға әҙерләп, туңдырылған килеш һаҡлағандар. Алтай, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, мари, мордва , татар, үзбәк һ.б. халыҡтарҙың аш-һыуында таралған.

 

Э.В.Миһранова

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019