Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУМАНОВ Григорий

Просмотров: 310

ТУМАНОВ Григорий, Крәҫтиәндәр һуғышында (177375) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв атаманы. Крәҫтиәндәрҙән. Воскресенка заводында төрки телдәр тәржемәсеһе. Ихтилалға 1773 й. нояб. ҡушылған, И.Н.Грязновтың баш күтәреүселәр отрядында писарь булып хеҙмәт иткән. 1774 й. ғин.—февр. Силәбе ҡәлғәһен ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнашҡан. Март уртаһында шул ҡәлғәнең атаманы итеп тәғәйенләнгән, Исәт баш күтәреүселәр үҙәге башында торған. Секунд-майор Д.О.Гагрин етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәре м‑н алыштарҙан һуң 8 апр. Силәбе ҡәлғәһен ҡалдырған. Апр. аҙағында Пугачёв тарафынан Белорет заводына саҡырылып, Хәрби коллегияның повытчигы итеп тәғәйенләнгән. Пугачёвҡа башҡорттар өсөн манифест һәм указдар яҙған. 5—20 майҙа Төп ғәскәр составында Магнит, Петропавловка, Степной һәм Троицк ҡәлғәләрен алыуҙа ҡатнашҡан. 21 майҙа И.А.Деколонг етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыш ваҡытында Троицк ҡәлғәһе янында әсиргә алынған. Үрге Яйыҡ, Ҡыҙыл ҡәлғәләрендә һаҡ аҫтында тотолған. Ырымбур ҡ. һаҡлап оҙатып барғанда Гөбөрлө ҡәлғәһе эргәһендә ҡаҙаҡтар тарафынан азат ителгән. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019