Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУН

Просмотров: 329

ТУН (төркисә тон — күлдәк, кейем), тиренән тегелгән оҙон салғыйлы өҫ кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Ирҙәр (тура) һәм ҡатын‑ҡыҙҙар (билле, ултырма яғалы) өсөн тышланған һәм дупланған тиренән тегелгән (тышһыҙ тун, дуплы тун) Т. булған. Башлыса һарыҡ, һирәкләп кәзә, йылҡы, дөйә тиреһенән теккәндәр; бүре, төлкө, ҡуян, тейен тиреһенән тегелгән Т. юғары баһаланған. Ирҙәр Т. ҡушаҡ м‑н бәйләп (ҡайһы берҙә 1— 2 төймә м‑н эләктереп), ҡатын‑ҡыҙ эстә ҡалдырып тегелгән бау м‑н бәйләп, төймәгә эләктереп кейгән. Шулай уҡ билле ҡыҫҡа тундар осраған. Көндәлек һәм байрам кейеме һаналған. Урта Азия ебәге — әҙрәс м‑н эсләнгән һәм ҡама тиреһе м‑н ҡаймаланған, төлкө тиреһенән тегелгән Т. (баҫа тун, төлкө тун) кейәү егет кәләшенең әсәһенә туйҙа бүләк иткән (ҡара: Ҡалым). Күп төрки халыҡтарҙың кейемендә (татарҙарҙа, ҡаҙаҡтарҙа һ.б.) таралған.

 

 

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019