Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУРАЙ ИШӘЛИН

Просмотров: 332

ТУРАЙ ИШӘЛИН, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһының Ҫыбы‑Мең улусы башҡорто. Шул уҡ улустың сотнигы. Ихтилалға 1773 й. нояб. ҡушыла. Нуғай һәм Ҡазан даруғаларында баш күтәреүсе отрядтар ойоштора. Нояб. аҙағында Өфөнө ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша, ҡаланы ирекле тапшырыу т‑да ҡамауҙағылар м‑н һөйләшеүҙәр алып барған. 1774 й. июнендә Буҙан Смаҡов, Ҡасҡын Һамаров, Ҡотлогилде Абдрахмановтар м‑н Өфө провинцияһының Бөгөлсән а. янында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Н.М.Ҡолбахтин

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019