Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨРӨКМӘН ЙӘНСӘЙЕТОВ

Просмотров: 509

ТӨРӨКМӘН ЙӘНСӘЙЕТОВ (1731—1811), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773 75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Төрөкмән а. башҡорто. Шул уҡ улустың старшинаһы. Ихтилалға 1773 й. окт. аҙ. ҡушылған, Ырымбур ҡ. ҡамауҙа ҡатнашҡан. Т.Й. отряды Үрге Яйыҡ (ҡара: Верхнеурал ҡәлғәһе) һәм Орск ҡәлғәләре араһындағы почта юлын һаҡлаған. 1774 й. ғин. аҙ. — февр. Ҡыҙыл ҡәлғәһен ҡамауҙа, 5—6 майҙа Пугачёвтың Төп ғәскәре составында — Магнит, 22 майҙа Морат Абдалов м‑н берлектә Урғаҙа ҡәлғәләрен алыуҙа ҡатнашҡан. Май—июндә Т.Й. отряды подполковник И.Л.Тимашев (ҡара: Тимашевтар) етәкс. хөкүмәт командаһына ҡаршы һуғышҡан. Көҙөн уға баш һалып килгән. 1798 й. 6‑сы башҡ. кантонында йорт старшинаһы булып хеҙмәт иткән. Т.Й. исеме м‑н БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны 1‑се Төрөкмән а. аталған.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019