Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУХАЧЕВСКИЙ Михаил Николаевич

Просмотров: 548

ТУХАЧЕВСКИЙ Михаил Николаевич (4.2.1893, Смоленск губ. Следнево а. — 12.6.1937, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Маршалы (1935). Дворян. Беренсе донъя, Граждандар һәм 1920 й. совет‑поляк һуғыштарында ҡатнашыусы. Александр хәрби уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1914), рус армияһында хеҙмәт итә. 1918 й. алып Ҡыҙыл Армияла. Майҙан алып Мәскәү р‑нын обороналау хәрби комиссары, июндән Беренсе армия, 1919 й. ғин. башлап Көньяҡ фронттың 8‑се армияһы, апр. — Бишенсе армия, 1920 й. ғин. — Кавказ фронты, апр. — Көнбайыш фронт, 1921 й. мартынан алып Кронштадт фетнәһен баҫтырыу б‑са 7‑се армия, майҙан Тамбов губ. ғәскәрҙәре командующийы, авг. алып РККА‑ның Хәрби акад. (Мәскәү) начальнигы. 1922 й. ғин. башлап Көнбайыш фронт командующийы, 1924 й. мартынан СССР Реввоенсоветы рәйесе урынбаҫары. 1925 й. ғин. алып РККА штабы нач., 1928 й. майынан Ленинград хәрби округы командующийы. 1931 й. июненән хәрби һәм диңгеҙ эштәре халыҡ комиссары урынбаҫары, 1934 й. нояб. алып оборона халыҡ комиссарының 2‑се, 1936 й. — 1‑се урынбаҫары һәм хәрби әҙерлек идаралығы начальнигы. 4‑се дәрәжә ҡылыслы Изге Владимир (1914), 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1915), 3‑сө дәрәжә ҡылыслы һәм бантлы (1914), 4‑се дәрәжә (1915) Изге Анна, 2‑се һәм 3‑сө (1914) дәрәжә Изге Станислав, Ленин (1933), Ҡыҙыл Байраҡ орд., Почётлы революцион ҡорал (икеһе лә — 1919) м‑н бүләкләнгән. Репрессиялана (1937), атып үлтерелә. 1957 й. аҡлана. Мәскәүҙә Т. исеме м‑н урам аталған, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Ғ.Һ.Булатов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019