Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТЮЛИН Михаил Степанович

Просмотров: 431

ТЮЛИН Михаил Степанович (1.9. 1862, С.‑Петербург губ. — 1935, Мәскәү), дәүләт эшмәкәре. Кавалериянан ген. (1917). Дворян. Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1889). 1879 й. алып рус армияһында, 1918 й. — РККА‑ла. 1899 й. башлап Новочеркасск казак юнкерҙар уч‑щеһы, 1903 й. — Тверь кавалерия юнкерҙар уч‑щеһы нач., 1904—08 йй. Мәскәү хәрби округы штабының округ б‑са дежур ген., 1912 й. алып 7‑се кавалерия див., 1914 й. — 2‑се Кубань казак див. начальнигы. 1915—17 йй. Ырымбур губернаторы һәм Ырымбур казак ғәскәренең наказлы атаманы. Губернатор вазифаһында һуғыш ваҡытында ҡасаҡтарҙы урынлаштырыу һәм эш м‑н тәьмин итеүҙе ойошторған, һуғышҡа алынған казактарҙың ғаиләһенә ярҙам күрһәткән. 1920 йй. РККА‑ның Хәрби акад. (Мәскәү), һуңыраҡ К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. уҡытҡан. 2‑се дәрәжә ҡылыслы (1915), 3‑сө (1906), 4‑се (1904) дәрәжә Изге Владимир, Изге Александр Невский (1915), Аҡ Бөркөт (1915), 1‑се (1913), 2‑се (1901), 3‑сө (1894) дәрәжә Изге Анна, 1‑се (1908), 2‑се (1896), 3‑сө (1891) дәрәжә Изге Станислав орд., Георгий ҡоралы (1915) м‑н бүләкләнгән.

В.Г.Семёнов

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019