Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨЛКӨСУРА АЛДАҒОЛОВ

Просмотров: 376

ТӨЛКӨСУРА АЛДАҒОЛОВ (? — 1739 й. сент.), Өфө провинцияһының Минзәлә ҡаласығы, хәҙ. Минзәлә ҡ.), башҡорт ихтилалдары (173540) етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Көҙәй улусы башҡорто. Батыр. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1736 й. башында Өфө тирәһендә һуғышҡан. 14 февр. Себер даруғаһының Тәкәй а. янында хөкүмәт командаһын ҡыйратҡан. Яҙын Мәндәр Ҡарабаев м‑н берлектә Себер даруғаһында ихтилалға етәкселек иткән. Июнь башында Мөслим Хоҙайбирҙин һәм Яҡуп Сынмырҙин етәкс. хөкүмәткә тоғро старшиналарҙың отрядтарын, июнь уртаһында Ҡазан даруғаһының Ҡыҙыл Яр ҡәлғәһе янында полк. П. Мартаков етәкс. хөкүмәт командаһын ҡыйратҡан. 1737 й. яҙында Мәндәр Ҡарабаев һәм Бәпәнәй Төрөпбирҙин м‑н берлектә Ҡоҙаш Рахманғолов һәм Таймаҫ Шәимов отрядтарына ҡаршы алышҡан. Июнь аҙ. — авг. башында Т.А., Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Мәндәр Ҡарабаев, Юлдаш Һөйәрембәтов һ.б. отрядтары Бөрө, Көңгөр, Уҫы ҡҡ., Ҡатай бастругы, Красноуфимск ҡәлғәһе һәм Исәт провинцияһының, Өфө провинцияһының башҡа торама пункттары янында һуғышҡан. 1738 й. июль башында полк. И.С.Арсеньев етәкс. хөкүмәт командаһын ҡыйратҡан, майор Люткин отряды м‑н алышҡан. Авг. уртаһында баш һалып, Л.Я.Соймоновҡа Табын ҡәлғәһенә килгән, иреккә ебәрелгән. 1739 й. яҙында башҡорттарҙың иҫәбен алыуға ҡаршы сыҡҡан. Авг. Себер даруғаһының Тырнаҡлы улусында капитан Стрижевский етәкс. командаға ҡаршы алышта еңелгән, һуңыраҡ хөкүмәткә тоғро башҡорттар тарафынан әсиргә алынып, Соймоновҡа тапшырылған. Язалап үлтерелгән.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019