Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨРКСОЙ

Просмотров: 349

ТӨРКСОЙ (TÜRKSOY), төрки мәҙәниәт һәм сәнғәтте берлектә үҫтереү б‑са халыҡ-ара ойошма. Штаб-квартираһы Анкарала урынлашҡан. 1992 й. Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Төркмәнстан, Үзбәкстан һәм Әзербайжан тарафынан ойошторола. Был илдәр 1993 й. Алматыла “ТӨРКСОЙ‑ҙы ойоштороу һәм уның эшмәкәрлек принциптары тураһында килешеү”гә ҡул ҡуя. Юғары етәксе органы — Төрки телле илдәрҙәге мәҙәниәт министрҙарының даими советы, башҡарма органы — Ген. секретариат. Ген. секретарҙары (2009 й. тиклем — дир.): П.Бюль-Бюль уғлы (1993 й. алып), Д.К.Касеинов (2008 й. алып). ТӨРКСОЙ составына 14 дәүләт һәм дәүләт берекмәһе инә: 6 даими ағза һәм 8 күҙәтеүсе (ойошманың даими ағзалары кеүек тигеҙ хоҡуҡ һәм бурыстарға эйә). Ойошма төрки халыҡтарҙың мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү, уларҙы һаҡлау һәм үҫтереү м‑н шөғөлләнә. Төп эш алымдары: байрам, фестиваль, конкурс, күргәҙмә, ижади осрашыуҙар ойоштороу; төрки мәҙәниәте һәм сәнғәте үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләренә арналған съездар, форумдар, фәнни симпозиумдар һәм конференциялар үткәреү. “ТЮРКСОЙ” (“ТӨРКСОЙ”) ж. сығара. ТӨРКСОЙ ойошмаһы 2010 й. Ә. Вәлиди йылы (ҡара: Ә.Ә.Вәлидов) тип иғлан итә. Башҡортостан ТӨРКСОЙ‑ға 1993 й. күҙәтеүсе булып инә. Даими Советтың 14‑се (2000) һәм 20‑се (2003) ултырышы Өфөлә үтә. 14‑се ултырышта ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара премияһы булдырыла, 2 йылға 1 тапҡыр төрки донъяның мәҙәни мираҫын һәм хәҙ. ҡаҙаныштарын һаҡлау, үҫтереү һәм пропагандалауға ҙур өлөш индергән мәҙәниәт, фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә бирелә. ТӨРКСОЙ ҡатнашлығында респ. Нуриев Р. исемендәге халыҡ-ара балет сәнғәте фестивале, “Туғанлыҡ” Халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале, “Урал моңо” Төрки йәштәр муз. ижады конкурс-фестивале (2002), “Төрки телле илдәрҙең Милли китапханалары фондынан уникаль ҡулъяҙма китаптар” фәнни симпозиумы, “Төрки донъя — китаптарҙа” күргәҙмәһе (икеһе лә — 1999) һ.б. уҙғарыла.

И.Х.Сабитов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019