Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЙ ЗАВОДЫ

Просмотров: 693

УЙ ЗАВОДЫ, 1748 й. Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусында үҙ ерендә Уй й. (Сылва й. басс.) буйында суҡындырылған башҡорт Т.И.Шавкунов тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Шавкунов, 1762 й. алып А.И.Глебов, 1769 й. — Яковлевтар, 1858 й. — О.Н.Рошефор. Ольга (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Алапаевск) тау округына ингән. 1749 й. эшләй башлай. 6 иретеү мейесе, 4 тимерлек һәм шплейзофен горны, 3 сүкеше була. Заводҡа 202 рудник ҡараған. 18 б. аҙ. 4,1 мең дисәтинә ергә хужа була. 1772 й. У.з. 86 крепостной крәҫтиән (ҡара: Тау сәнәғәте крәҫтиәндәре) иҫәпләнә. Эшләү дәүерендә заводта 294,3 мең бот баҡыр иретелә, уртаса етештереүсәнлек йылына 2,6 мең бот тәшкил итә. Крәҫтиәндәр һуғышы (177375) ваҡытында баш күтәреүселәр тарафынан баҫып алына, емерелә. 1775 й. тергеҙелә. 1862 й. ябыла. Хәҙ. завод ҡасабаһы урынында Пермь крайының Уй а. урынлашҡан.

Н.М.Ҡолбахтин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019