Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УКАЗ (1869 й. 10 февр.)

Просмотров: 493

УКАЗ (1869 й. 10 февр.) “А ҫ а б а б а ш ҡ о р т т а р ғ а һ ә м у л а р ҙ ы ң к е р ҙ ә ш т ә р е н ә е р б ү л е р ө с ө н б а ш ҡ о р т д а й с а л а р ы н ы ҙ а н л а у һ ә м б а ш ҡ о р т т а р ҙ ы ң й ә м ә ғ ә т е р ҙ ә р е н һ а т ы у һ ә м о б р о к к а б и р е ү т ә р т и б е т у р а һ ы н д а”, башҡорттар һәм керҙәштәр араһында ер мөнәсәбәттәрен көйләгән, башҡ. общиналары ерен һатыу (ҡуртымға биреү) тәртибен (ҡара: Ер сәйәсәте) билдәләгән норматив‑хоҡуҡи акт. Александр II раҫлаған. 49 һәм 29 статьяны үҙ эсенә алған 2 бүлектән тора. Документҡа ярашлы, Генераль ыҙанлау ваҡытында билдәләнгән ыҙан сиктәре үҙғәрешһеҙ ҡала, ҡалған башҡ. дайсалары күп ерле һәм аҙ ерлегә бүленгән. Күп ерлегә 7‑се ревизия (1815—17) мәғлүмәттәре б‑са ир‑егет һанына ҡарап билдәләнгән нормаларға ярашлы ер бирелгән кешеләрҙең дайсалары ҡарай: аҫаба башҡорттарға (ҡара: Аҫаба) — 40‑ар дисәтинә, ләкин 10‑сы ревизия (1857—58) мәғлүмәттәре б‑са кәмендә 15 дисәтинә, элекке хәрби керҙәштәргә (ерһеҙ башҡорттар, бобылдәр, мишәрҙәр, типтәрҙәр) — 30‑ар дисәтинә (шуның 15 дисәтинәһе аҙ ерле керҙәштәргә тәғәйенләнгән “һаҡлыҡ ер” фондына тапшырылырға тейеш булған), граждан керҙәштәренә (дәүләт крәҫтиәндәре, удел крәҫтиәндәре һ.б.) — 15‑әр дисәтинә ер. Керҙәштәрҙе билдәләнгән норма б‑са тәьмин итер өсөн ер майҙаны етмәгән аҙ ерле дайсаларҙа барлыҡ ер майҙанына ҡарап, пропорциональ бүленгән: 10‑сы ревизия мәғлүмәттәре б‑са аҫаба башҡорттарға бер ир‑егеткә йән башына — кәмендә 15 дисәтинә, хәрби керҙәштәргә — иң күбе 11 дисәтинә, граждан керҙәштәренә — иң күбе 6 дисәтинә ер. Биләмәләр м‑н үҙ‑ара алмашыу һәм 1 дисәтинә өсөн 3 һум аҡсалата компенсация рөхсәт ителгән. Дайсаларҙы бүлеү сараларын крәҫтиән эштәре буйынса губерна присутствиелары тормошҡа ашырған, Эске эштәр министрлығы күҙәтеүе аҫтында булған; эштәр дворяндарҙан (ҡара: Дворянлыҡ) торған мировой аралашсылар тарафынан алып барылған, аҫаба башҡорттар һәм керҙәштәр араһындағы бүлеү акттарында теркәлгән. Документҡа ярашлы, башҡ. общинаһы ерҙәрен һатыу һәм ҡуртымға биреү (12 йылға тиклем; тау сәнәғәте заводтары, ф‑калар төҙөү һ.б. өсөн — 70 йылға тиклем) б‑са килешеүҙәрҙе ыҙанлау эштәре тамамланғандан һуң ғына төҙөргә рөхсәт ителгән; 10‑сы ревизия мәғлүмәттәре б‑са бер ир‑егеткә йән башына 15 дисәтинә ер һаҡланыу шарты м‑н сикләнмәгән күләмдә ер тартып алыу рөхсәт ителгән. Һатыу т‑дағы документта (ауыл йәки улус сходы “хөкүме”) ауыл йәки улус общинаһы аҫаба халҡының 2/3 өлөшөнөң ризалығы, тартып алынған биләмә хаҡында ентекле мәғлүмәт теркәлергә тейеш булған. Һатҡан (ҡуртымға бирелгән) сумманың 1/3 өлөшө — ауыл йәки улус общинаһының банк иҫәбенә инергә, 2/3 өлөшө община ағзалары араһында бүленергә тейеш булған.

А.И.Аҡманов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019