Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УКАЗ (1832 й. 10 апр.)

Просмотров: 505

УКАЗ (1832 й. 10 апр.) “Б а ш ҡ о р т т а р ҙ ы ң Ы р ы м б у р к р а й ы н д а ғ ы е р ҙ ә р е н ә х о ҡ у ҡ т а р ы т у р а һ ы н д а ”, башҡорттар м‑н күсеп килгән халыҡтың төрлө категориялары араһында ер мөнәсәбәттәрен көйләгән норматив‑хоҡуҡи акт (ҡара: Ер сәйәсәте). Указ проектын Сенат ҡарамағындағы Башҡ. ерҙәре эштәре б‑са айырым ком‑т төҙөй, Николай I раҫлай (1825—55). Документта үҙ ерҙәренә башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы нығытыла, 7‑се ревизия (1815—17) мәғлүмәттәре б‑са аҫаба башҡорттар өсөн (ҡара: Аҫаба) бер ир‑егеткә йән башына 40—60 дисәтинә иҫәбенән тартып алынмай торған ер билдәләнә. Бер дайса эсендә ерҙе бергә файҙаланған осраҡта (ҡара: Ерҙе файҙаланыу) башҡорттар 7‑се ревизия һөҙөмтәләре б‑са хәрби керҙәштәргә (ерһеҙ башҡорттар, бобылдәр, мишәрҙәр, типтәрҙәр) бер ир‑егеткә йән башына — 30‑ар дисәтинә, граждан керҙәштәренә (дәүләт крәҫтиәндәре, удел крәҫтиәндәре, татарҙар һ.б.) 15‑әр дисәтинә ер бирергә тейеш булған. Ҡалған биләмәләр башҡ. общинаһы милке һаналған, аҫаба халыҡтың 2/3 өлөшө риза булһа, ул ерҙе һатыу йәки ҡуртымға биреү (12 йылға тиклем) рөхсәт ителгән. Тартып алынмай торған ерҙәр файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу, ш. иҫ. тау сәнәғәте заводтары төҙөү һ.б., өсөн 12 йылдан ашыу ваҡытҡа ҡуртымға бирелә алған. Ер бәхәстәре килеп сыҡһа, ыҙан документтарына (дайсаларҙың планы һәм ыҙан китаптары; ҡара: Генераль ыҙанлау), купчий ҡағыҙына (һатыу‑һатып алыу т‑да акт) һәм ергә 10 йыл хужа булыуға ҡарап хәл ителгән. Указды ғәмәлгә ашырыу Ырымбур ҡаҙна палатаһына, Ыҙан контораһына, хәрби губернаторға йөкмәтелгән.

А.И.Аҡманов

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019