Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УЛЬЯНОВ Илья Иванович

Просмотров: 368

УЛЬЯНОВ Илья Иванович (яҡынса 1744 й. — 1775, Эстляндия губ. Балтик Порты ҡ., хәҙ. Палдиски ҡ., Эстония), Крәҫтиәндәр һуғышында (177375) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Яйыҡ казагы. 1773 й. нояб. аҙ. Пугачёв тарафынан артиллерия орудиелары һәм боеприпастар етештереү һәм ебәреүҙе ойошторор өсөн И.Н.Зарубин һәм Я.С.Антипов м‑н бергә Воскресенка заводына ебәрелә. 1773 й. дек. алып Өфөнө ҡамауҙа һәм штурмлауҙа, 1774 й. февр. В.И.Торнов һәм Ҡаранай Моратов м‑н берлектә — Ҡазан даруғаһының көнбайышында А.И.Бибиков етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, Нуғайбәк ҡәлғәһен алыуҙа ҡатнаша. Мартта А.Л.Ларионов етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыш ваҡытында Өфө тирәһенә сигенә. Март аҙ. Өфө провинцияһының Зубов а. янында И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта баш күтәреүсе отрядтар ҡыйратылғандан һуң Табын ҡәлғәһенә ҡасҡан һәм шунда әсиргә алынған. Ҡазан йәшерен комиссияһында, Мәскәүҙә Сенаттың Йәшерен экспедицияһында тикшереү үткән; ҡамсы м‑н һуҡтырылған һәм Балтик Портына һөргөнгә ебәрелгән.

С.У.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019