Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УН

Просмотров: 335

УН (һыу‑ун, һунарсы), башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: байҡы, ҡыр‑У., һыу‑У., ун. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай һәм Урта Азияның төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. У. формалашыуына уларҙың Арал буйы төрки‑бәшнәк һәм Азов буйы болғар‑уғыр ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 13—14 бб. У. көньяҡ Урал алдынан Ағиҙел й. урта ағымы буйына, 16 б. уртаһында төньяҡҡа күсенә, Тере Танып й. үҙәненә, бер өлөшө — Ҡариҙел й. уң яры буйлап, Йүрүҙән й. ҡойған урында төпләнә. 18 б. У. йәлдәк, мең, мырҙалар, танып ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Уҫы даруғаһы һәм Себер даруғаһының Ҡыр‑Һунлар, Һунлар улусын тәшкил итә. 18—19 бб. аҙ. У. йәшәгән ерҙәр — Бөрө өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 5‑се (10‑сы, 11‑се) башҡ. кантонына (1790—1854) инә. Ҡәбилә биләгән терр‑я хәҙ. БР‑ҙың Асҡын, Балтас, Ҡариҙел, Мишкә р‑ндарына ҡарай.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019