Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ

Просмотров: 465

УРАЛ ҒӘСКӘРҘӘРЕ ТӨРКӨМӨ, Рус армияһында, 1919 й. июнендә Юғары баш командующий адмирал А.В.Колчак бойороғо б‑са 3‑сө Урал тау уҡсылары корпусы базаһында ойошторола. У.ғ.т. составына 6‑сы һәм 7‑се Урал тау уҡсылары див., 11‑се һәм 12‑се Урал уҡсылар див., 1‑се айырым уҡсылар бригадаһы һәм 2‑се Өфө кавалерия див. (ҡара: Өфө кавалерия дивизиялары), 1919 й. нояб. Дала ғәскәрҙәре төркөмө инә. У.ғ.т. Көнбайыш армия, июлдән Көнсығыш фронттың 3‑сө армияһы составында була. Граждандар һуғышы осоронда Уралда һәм Себерҙә РККА‑ның Бишенсе армияһы частарына ҡаршы һуғыша; Златоуст операцияһы, Силәбе операцияһы һөҙөмтәһендә Тубыл й. сигенә; 1919—20 йй. Бөйөк Себер боҙ походында ҡатнаша. 1920 й. февр. таратыла. У.ғ.т. командующийҙары: ген.‑майорҙар В.И.Волков (1919 й. июне), П.А.Иванов-Мумжиев (июнь аҙ. алып), В.Д.Косьмин (авг. алып), Д.А.Лебедев (1919 й. нояб. алып).

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019