Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛ АРМИЯ КОРПУСЫ

Просмотров: 369

УРАЛ АРМИЯ КОРПУСЫ 6‑сы, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты тарафынан 1918 й. көҙөндә Урал армия корпусы булараҡ ойошторолған; 1919 й. ғин. алып 6‑сы У.а.к., 13 марттан 6‑сы Урал уҡсылар корпусы. Составына 11‑се һәм 12‑се Урал уҡсылар див., 2‑се һәм 3‑сө Ырымбур казак бригадалары ингән. Халыҡ армияһы, 1919 й. ғин. башлап Көнбайыш армия составында булған. Граждандар һуғышы ваҡытында Бәләбәй операцияһында ҡатнашҡан, һөҙөмтәлә РККА частары тарафынан ҡыйратылған. 26 майҙа таратылған: 11‑се Урал уҡсылар див. — Урал ғәскәрҙәре төркөмө, 12‑сеһе Өфө ғәскәрҙәре төркөмө составына ингән. Корпус ком. — ген.‑майор Н.Т.Сукин (1919 й. ғин. алып).

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019