Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРАЛ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ

Просмотров: 707

УРАЛ КАЗАК ҒӘСКӘРЕ, 16—17 бб. Яйыҡ казак ғәскәре булараҡ, Волга й. буйынан күсеп ултырған казак общиналарынан Яйыҡ й. түбәнге ағымында ойошторолған; 1775 й. алып У.к.ғ. исемен ала. 1816 й. алып Ырымбур айырым корпусы составында булған. Ырымбур сик һыҙығында Яйыҡ ҡаласығы — Гурьев ҡ. араһында хеҙмәт итеүгә тәғәйенләнгән. 1721 й. башлап Хәрби коллегияға, 1744 й. — Ырымбур хәрби губернаторына, 1882 й. – Ҡазан хәрби округы командованиеһына буйһонған. Үҙәге — Уральск ҡалаһы. Ғәскәр 6,40 млн дисәтинә ер биләгән. 1798—1841 йй. У.к.ғ. терр‑яһы — 2 кантонға, һуңыраҡ 3 бүлеккә (Гурьев, Лбищенск һәм Урал) бүленгән. 1723 й. У.к.ғ. 3 мең кеше, 1803 й. — 29 мең, 1881 й. — 116 мең, 1916 й. 166 мең кеше (башҡорттар, ҡалмыҡтар, татарҙар, урыҫтар) иҫәпләнгән. 1832—67 йй. Ырғыҙ-Кәмәлек башҡорттары У.к.ғ. Башҡ. бүлеген тәшкил иткән. Башында казак ҡоронда һайланған атаман, 1723 й. башлап наказлы атаман торған. Идараға Неплюев кадет корпусын, Ырымбур кадет корпусын һәм Ырымбур казак хәрби училищеһын тамамлаған казак офицерҙары ингән. Һуғыш ваҡытында ғәскәр — 9 атлы полк, 10 йөҙ, артиллерия батареяһы, 2 команда, тыныс ваҡытта 3 атлы полк, эскадрон, өйрәнсек йөҙө, 2 команда ҡуйған, Мәскәү, Түб. Новгород, Ҡазан һ.б. ҡалаларҙа полиция хеҙмәтен үтәгән. Ғәскәр мылтыҡ, пистолет, ҡылыс, һөңгө м‑н ҡоралланған. Кейем-һалым бүрек, ярым кафтан, ҡыҙыл лампаслы ҡараһыу зәңгәр салбар, асыҡ зәңгәр билғау һәм ҡыҙыл сәкмәндән торған. У.к.ғ. башҡорт ихтилалын (1662—64), башҡорт ихтилалын (1704—11), башҡорт ихтилалын (1755—56), 1830—31 йй. Польша ихтилалын – 1 полк, ихтилалды (1835), 1844 й. ҡаҙаҡ ихтилалын баҫтырыуҙа; 1591 й. Кавказ походында, 1696 й. Азов походында, 1700—21 йй. Төньяҡ һуғышында, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75), рус-швед һуғышында (1788—90), 1806—12 йй. рус-төрөк һуғышында – 2 полк, 1808—09 йй. рус-швед һуғышында, Ватан һуғышында (1812) – 2 полк һәм рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) – 4 полк, рус-төрөк һуғышында (1828—29) – 1 полк, Хиуа походында (1839—40) – 2 полк, Коканд походтарында (1852, 1853), Ҡырым һуғышында (1853—56) – 2 полк, 1860—76 йй. Төркөстан походтарында, 1877—78 йй. рус-төрөк һуғышында – 1 сотня, 1880 й. Ахал- Теке экспедицияһында, рус-япон һуғышында (1904—05) – 2 полк, Беренсе донъя һуғышында һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. 1920 й. У.к.ғ. бөтөрөлгән. У.к.ғ. атамандары: Н.Шацкий (16 б. 70‑се йй. — 1603, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1605), Н.Ус (17 б. 10‑сы йй.), Шамай (20‑се йй.), Е.Кулак, Л.Ясаков (икеһе лә — 30‑сы йй.), Т.Н.Поп (1632—33), Ф.Боев (30‑сы йй.), И.Кондырев (40‑сы йй.), В.Бык (60‑сы йй.), В.Касимов (70‑се йй.), Г. Фёдоров (1679—80), П.Сёменов (1682—83; 1689), Я.Васильев (1683—89), Д.Денисьев (1689), А.В.Гречуха (1695), И.Меншиков (1696 й. алып), Ф.П.Семенников (1697; 1700—02; 1705; 1707; 1715—16), И.Белоусов, Н.В.Копеечка (икеһе лә — 1698), О.В.Белоусов (1699—1700; 1702 й. алып), В.Сергеев (1704 й. алып), М.М.Миронов (1706; 1713 й. алып), Г.М.Меркурьев (1716 й. алып; 1722; 1723—38), С.И.Филимонов (1718 й. алып), Н.Т.Бородин (1719 й. алып), Ф.И.Арапов (1720), И.Щербаков (1720 й. алып), Г.В.Погодаев (1722), В.Я.Уракчинцев (1723), А.Я.Карпов (1738), В.Л.Прытков (1738, 1739—41), А.Д.Копеечкин (1739), А.Н.Бородин (1741 й. алып), И.Г.Меркурьев (1748 й. алып), И.Митрясов (1755—60), полк. А.Н.Бородин (1755; 1760—63; 1764—67), яҫауыл А.А.Углецкий (1763), лейб-гвардия капитаны П.П.Чебышев (1767), П.В.Тамбовцев (1767—72), полк. М.М.Бородин (1774 й. алып), И.К.Акутин (1775 й. алып), ген.‑майорҙар Д.Д.Донсков (1785 й. алып), Д.М.Бородин (1798—1823; 1827—30), П.М.Назаров (1823—27), В.О.Покатилов (1830—37; 1838), полк. Ф.Г.Бизянов (1837), ген.‑майорҙар М.Л.Кожевников (1839 й. алып), К.К.Геке (1845 й. алып), А.Д.Столыпин (1857 й. алып), В.Д.Дандевиль (1862 й. алып), М.Н.Толстой (1864 й. алып), Д.И.Романовский (1865), ген.‑лейт. Н.А.Верёвкин (1865—74, 1875—76), ген.‑майор К.Ф.Бизянов (1874), ген.‑лейт. кенәз Г.С.Голицын (1876 й. алып), ген.‑майор Н.Н.Шипов (1885 й. алып), ген.‑лейтенанттар К.К.Максимович (1893 й. алып), К.Н.Ставровский (1899 й. алып), Н.В.Родзянко (1906 й. алып), В.И.Покотило (1908 й. алып), Н.В.Дубасов (1910 й. алып), С.С.Хабалов (1914 й. алып), ген.‑майорҙар Н.Н.Распопов (1916 й. алып), В.П.Мартынов (вазифа башҡарыусы), А.К.Ерёмин (икеһе лә — 1917), ген.‑лейт. В.С.Толстов (1919—20).

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019