УРАН, башҡ. ҡәбиләһе
УРАН, башҡ. ҡәбиләһе. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай һәм Урта Азияның монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Уран” этнонимы монголдарҙа, уғыҙҙарҙа, туваларҙа билдәле. Көньяҡ Уралға ҡәбилә көньяҡтан Мейәс й. буйына күсенә, һуңынан Кама һәм Беүә йй. араһында таралып, гәрә, ғәйнә, ирәкте, ҡатай, ыуаныш ҡәбиләләре м‑н күрше була. 16 б. 1‑се ярт. Иҫән хан етәкс. башҡорт ырыуҙары берләшмәһенә инә. 17—18 бб. У. бер өлөшө Урал аръяғына күсеп, Мейәс й. үрге ағымы терр‑яһын биләй. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Уҫы даруғаһының Уран улусын тәшкил итә. П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, бында 18 б. уртаһында 218 йорт иҫәпләнгән. 18—19 бб. аҙ. ҡәбилә йәшәгән ерҙәр Бөрө өйәҙенә, Екатеринбург өйәҙенә, Силәбе өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 2‑се, 3‑сө (артабан 14‑се, 5‑се), 5‑се (10‑сы, 11‑се) башҡ. кантондарына (19 б. 40‑сы йй. башына) ингән. Ҡәбилә йәшәгән терр‑я хәҙ. БР‑ҙың Краснокама, Ҡалтасы, Яңауыл р‑ндарына ҡарай.
Р.З.Йәнғужин
Тәрж. М.В.Хәкимова
Илл.: Текстағы тамғалар