Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРКАРТ Лесли

Просмотров: 315

УРКАРТ (Уркварт) Лесли (11.4.1874, Төркиә — 13.3.1933, Лондон), инглиз сәнәғәтсеһе, финансист. Эдинбург ун‑тын (Бөйөк Британия) тамамлаған. 1896 й. алып тау инженеры, инглиз нефть компаниялары (Баҡы) идарасыһы, 1906 й. — “Англия-Себер компанияһы”нда (Лондон): 1908 й. башлап “Ҡыштым корпорацияһы”ның дир.-ойоштороусыһы. 1912 й. алып “Рәсәй-Азия берләшкән йәмғиәте” рәйесе. У. инициативаһы м‑н пр‑тиелар яңы ҡорамалдар м‑н йыһазландырыла, металлургия производствоһына алдынғы технологиялар индерелә. Көньяҡ Урал тау сәнәғәте АЙ, Ҡыштым тау заводтары йәмғиәте акцияларының төп хужаһы була, Алтай, Себер, Урта Азия, ш. уҡ Австралия һәм Францияла күмер һәм төҫлө металл ятҡылыҡтарын эҙләү м‑н шөғөлләнгән бер нисә инглиз компаниялары идаралығы ағзаһы. Октябрь революцияһынан һуң, Рәсәйгә инглиз ғәскәрҙәренең интервенцияһын финанслауҙа ҡатнаша, Халыҡ-ара “Рәсәйҙең кредиторҙар йәмғиәте” рәйесе була.

З.И.Гудкова

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019