Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРНАШ

Просмотров: 371

УРНАШ, башҡорттарҙа йәштәрҙең аралашыу өсөн ойошторолған традицион йолаһы. Ата-әсәһе өйҙә булмаған ҡыҙҙың өйөндә көҙ, ҡыш көндәре үткәрелгән, ғәҙәттә, хужалар уларға күҙ-ҡолаҡ булырға ҡатын-ҡыҙ туғандарының береһен ҡалдырған. У. егеттәр, ш. иҫ. күрше ауыл егеттәре, саҡырылған. Килтерелгән аҙыҡ‑түлектән ҡыҙҙар төрлө ризыҡ әҙерләгән (ҡара: Башҡорт аш-һыуы). Киске аштан һуң йәштәр халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрен, таҡмаҡтарын башҡарыуҙа, музыка ҡоралдарында (гармун, думбыра, ҡумыҙ, ҡурай) уйнауҙа үҙҙәренең оҫталығын күрһәткән, йомаҡ ҡойошҡан. Бер-береһенә күңелдәре ятыуын белдереү өсөн төрлө халыҡ уйындары — “күҙ бәйләш”, “йөҙөк һалыу”, “көйһөҙ кейәү”, “күгәрсен ашатыу”, “йүкәмеш” һ.б. — уйнағандар. У. ваҡытында уйындар, аулаҡтан айырмалы, тауыш‑тынһыҙ үткән, ҡайһы берҙә таңға тиклем һуҙылған, һуңынан ҡыҙҙар шул уҡ өйҙә ҡуна ҡалған. У. башлыса Башҡортостандың төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш райондарында осраған. Шулай уҡ татарҙар араһында таралған.

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019