Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРУСОВ Василий Алексеевич

Просмотров: 384

УРУСОВ Василий Алексеевич (яҡынса 1690 й. — 22.7.1741, Һамар ҡ.), кенәз, дәүләт һәм хәрби эшмәкәр. Ген.‑поручик (1739). 1722—23 йй. Фарсы походында, 1739—40 йй. башҡ. ихтилалын [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40)] баҫтырыуҙа ҡатнашҡан. Оло Нуғай урҙаһы мырҙалары вариҫы. 1708—16 йй. Голландияла һәм Данияла диңгеҙ эштәренә өйрәнгән. 1731 й. февр. алып Диңгеҙ акад. мөдире (С.‑Петербург). 1739 й. башлап Ырымбур комиссияһы [ҡара: Ырымбур экспедицияһы (1734—44)] начальнигы. Башҡортостанда Рәсәй властарының колониаль сәйәсәтен (ҡара: Колониялаштырыу) көсәйтеүгә булышлыҡ иткән. 1740 й. Урта йөҙ ҡаҙаҡтарының Рәсәй подданныйлығын ҡабул итеүендә ҡатнашҡан. Ҡыҙыл Тау төбәгендә Ырымбур ҡ. (хәҙ. Орск ҡ.) төҙөүгә етәкселек иткән (1740). Башҡ. ихтилалдары осоронда баш күтәреүселәргә ҡарата ҡанһыҙлығы м‑н айырылып торған. Әсир алынған баш күтәреүселәр алдында тотҡан телмәрендә башҡорттарҙың Рәсәй дәүләте м‑н үҙ-ара мөнәсәбәттәрен боҙоп күрһәткән; уларҙы уғрылыҡта, мөлкәт туҙҙырыуҙа, кеше үлтереүҙә ғәйепләп, күптәргә ярлыҡау урынына ҡаты яза тейешлеге хаҡында әйткән. 1740 й. яҙында һөйләшеүҙәр ваҡытында башҡ. старшиналары Алдарҙы, Сәйетбай Әлкәлинде, Йәммәт Бикәевте ҡулға алған һәм суд ойоштороп язалар өсөн Минзәлә ҡ. Л.Я.Соймоновҡа оҙатҡан. 15 авг. Ырымбур янында — 122, 17 сент. Һаҡмар ҡаласығында 170 баш күтәреүсене халыҡ алдында язалатҡан, 301 кешенең ҡолаҡ һәм танауын ҡырҡтырған. Язаланғандарҙың ҡатындары, балалары көсләп суҡындырылып, һалдат һәм офицерҙарға крепостнойлыҡҡа бирелгән.

И.Ғ.Аҡманов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019