Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮҪӘРГӘН

Просмотров: 465

ҮҪӘРГӘН, м ө й т ә н, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: айыу, бишәй, бүре, сураш, шешәй. Тамғалары: . Этник яҡтан б.э. 1‑се мең йыллығының 1‑се ярт. Арал буйына һәм Һырдаръя й. түбәнге ағымына күсеп ултырған Урта Азияның төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Мөйтән” этнонимы ҡарағалпаҡтарҙа, үзбәктәрҙә билдәле. Ү. формалашыуына уларҙың Арал буйының иран, уғыр һәм төрки-бәшнәк, 11—12 бб. — болғар, 14—15 бб. ҡыпсаҡ ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһаған. Шәжәрә б‑са, ҡәбиләне Мөйтән бей һәм уның улы Үҫәргән башлап ебәргән. Ҡәбилә Ете ырыу берләшмәһе (ҡара: Башҡорт ырыуҙары берләшмәләре) составына ингән. Азов буйындағы Бөйөк Болғар тарҡалғандан һуң, 9 б. Ү. төньяҡҡа, Волга буйына һәм Урал алдына күсеп килә, Ыҡ (Кама й. ҡушылдығы) һәм Дим йй. басс. таралып ултыра. 13—14 бб. ҡәбилә Урал һәм Салмыш (Һаҡмар й. ҡушылдығы) йй. араһына, Оло һәм Кесе Эйек, Оло Юшатыр, Йылайыр, Ҡаҫмарт, Һаҡмар, Таналыҡ йй. үҙәндәренә, һуңыраҡ бишәй ырыуы Әй, Йүрүҙән йй. үрге ағымына күсеп ултыра. 17—18 бб. Ү. бер өлөшө көнбайышҡа һәм көньяҡ-көнбайышҡа, Туҡ, Оло һәм Кесе Уран (Һаҡмар й. ҡушылдыҡтары), Кәрәлек, Кәмәлек, Оло һәм Кесе Үҙән, 1‑се һәм 2‑се Сәҙе ҡушылдыҡтары м‑н Оло Ырғыҙ (Волга й. ҡушылдығы) йй. буйына һәм Сәҙе й. ташыу урындарына, күсеп китә. 18 б. Ү. бөрйән, ҡыпсаҡ, тамъян, түңгәүер, юрматы ҡәбиләләре м‑н күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре (ҡара: Аҫабалыҡ) Нуғай даруғаһының Үҫәргән улусын тәшкил итә. Бында, П.И.Рычков мәғлүмәттәре б‑са, 381 йорт иҫәпләнгән. 18 б. аҙ. — 19 б. Ү. урынлашҡан терр‑я — Ырымбур өйәҙенә, идара итеүҙең кантон системаһы осоронда 9‑сы (артабан 10‑сы) башҡ. кантонына (1790—1854) ингән. Ү. ырыуы биләгән терр‑я БР‑ҙың Ейәнсура, Йылайыр, Хәйбулла р‑ндарына, Ырымбур өлк. Гай, Ҡыуандыҡ, Һарыҡташ р‑ндарына, Һамар өлк. Оло Глушица, Оло Чернигов р‑ндарына инә.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. М.В.Хәкимова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019