Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТРАДИЦИОН ЙЫҺАЗ

Просмотров: 607

ТРАДИЦИОН ЙЫҺАЗ, ө й  к ә р ә к - я р а ғ ы, башҡорттарҙа туҙҙан (ҡара: Туҙҙан эшләнгән өй кәрәк-ярағы), ағастан, ҡабыҡтан, ҡайырҙан (ҡара: Ағастан эшләнгән өй кәрәк-ярағы), тиренән (ҡара: Тиренән эшләнгән өй кәрәк- ярағы), металдан (ҡаҙан, самауыр һ.б.), балсыҡтан (һирәк осраған, башлыса көньяҡ райондарҙа) эшләнгән, көндәлек тормошта ҡулланылған төрлө әйберҙәрҙе үҙ эсенә ала. Аш-һыу кәрәк-ярағы төрлө ағас һауыттарҙан торған: уртаса ҙурлыҡтағы, һай, тәрән (аяҡ, ашлау, табаҡ һ.б.) һауыт-һаба көндәлек тормошта тотонолған, эреләре (ҡоштабаҡ, кәрһән, ҙур табаҡ, сара һ.б.) байрамдарҙа файҙаланылған. Айран, бал, буҙа, ҡымыҙ һ.б. эсемлектәрҙе бәләкәй сөм һауыттарҙан (алғыр, сеүәтә), кәсәләрҙән (туҫтаҡ, тәгәс), ижауҙарҙан (сүмес) эскәндәр. Аш-һыу бүлмәһендәге кәрәк-яраҡ һөт аҙыҡтарын һаҡлау һәм алып йөрөү өсөн эшләнгән төрлө күн һауыттарҙан (һаба, күнәк, турһыҡ һ.б.), он, ашлыҡ, бал, май һаҡлау, ҡамыр баҫыу өсөн эшләнгән ағас һауыт-һабанан (батман, сапсаҡ, тәпән, һелкеүес һ.б.), ҡорот, эремсек һ.б. эшләү һәм һаҡлау өсөн эшләнгән туҙ һауыттарҙан, биҙрәләрҙән (туҙаяҡ, туҙ күнәк) ғибәрәт булған. Хужалыҡта төрлө ағас мискәләр, сапсаҡтар, һыу, һөт аҙыҡтары һ.б. өсөн биҙрәләр, икмәк әсетеү күнәге (ағас биҙрә, икмәк силәге), ит сабыу өсөн һай, кер йыуыу, ҡош-ҡорт, мал-тыуар ашатыр өсөн тәрән ялғаштар, күндән яһалған һөт биҙрәләре һәм май яҙғыстар (башкүнәк, бот күнәк), тотҡалы һауыттар (ҡуллыҡ, ботлоҡ) ҡулланғандар. Емеш-еләк, бәшмәк һ.б. йыйыу һәм киптереү өсөн туҙ тырыздар, кәрзиндәр (төйөҫ, туҙый) яһағандар. Т.й. аппликация, уйып, төртөкләп, ҡабартып яһалған семәр (ҡара: Нәфис ағас сәнғәте), күнгә геом., сәскә-үҫемлек, ҡояш орнаменты (ҡара: Биҙәү-ҡулланма сәнғәте) рәүешендәге һырҙар (ҡара: Нәфис күн сәнғәте) эшләп биҙәгәндәр. Күпселек йорт йыһазы торлаҡтың ҡатындар яғында (ҡара: Традицион интерьер) урынлашҡан. Күп йыһаздар байрам һәм туй йолалары үткәргәндә ҙур әһәмиәткә эйә булған, мәҫ., ҡымыҙҙы ҡунаҡтарға ҡапҡаслы һәм ижаулы, биҙәкле ағас тәпәндәргә (көрәгә), турһыҡтарға ҡойоп биргәндәр, туй күстәнәстәре төрлө төҫтәге буҫтау һәм суҡ м‑н биҙәлгән тире тоҡсайҙарға һалынған. 19 б. аҙ. алып ф‑кала етештерелгән өй кәрәк- ярағы тарала башлай.

Тәрж. М.В.Хәкимова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019