Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УШАКОВ Пётр Алексеевич

Просмотров: 430

УШАКОВ Пётр Алексеевич [1922, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Николаевка а. (БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны) — 31.1.1944, Украина ССР‑ының Алексеевка а.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 37‑се армияның 89‑сы гвардия уҡсылар див. 267‑се гвардия уҡсылар полкының миномёт расчёты ком. кесе сержант У. 1943 й. 29 сент. Украина ССР‑ының Коноплянка а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944). Николаевка а. У. исеме м‑н урам аталған, уға һәйкәл ҡуйылған.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019