Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“РӘСҮЛИӘ”

Просмотров: 290

“РӘСҮЛИӘ”, юғары мәҙрәсә. 1884 й. Троицк ҡ. 5се йәмиғмәсете эргәһендәҡаҙаҡ байы И.Алтынсарин аҡсаһына асыла. Инициаторы һәм нигеҙһалыусыһы — З.Х.Рәсүлев. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, мосолман халҡыныңһәм Рәсүлевтең шәхси аҡсаһына тотола. Уҡытыутәрбиә эшенәмөҙәрис мн мәсеттең имамхатибы етәкселек итә. Урта мәҙрәсәнеңөлкән һәм урта кластарын тамамлаған һәм ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырған ир балалар ҡабул ителгән. 20 б. башында уҡыу түләүле була башлай (йылына 8 һум). Уҡыу курсы — 11 йыл. 1893 й. башлап уҡыу процесы яңы уҡытыу ысулы бса алып барыла (ҡара: Йәдитселек). Уҡыу программаһына Ҡөрьән тәфсире һәм хәҙистәр өйрәнеү, төрки теле, ғәрәп теле, мосолман каллиграфияһы, ислам тарихы, дөйөм тарих, логика, этика, гигиена, геогр., химия, физика, зоология, пед. һ.б. инә. 1901 й. студенттар “Ғилми йәмғиәт” ойоштора. “Р.” мн Ш.Бабич, М.Бикмәтов (ҡара: Бикмәтовтар), Рәсүлев, Ғ.З.Рәсүлев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Мәҙрәсәләбашҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар һ.б. төрки халыҡ вәкилдәре белем ала. 1913 й. 240 шәкерт уҡый, улар араһында М.Ғафури, Инан Әбделҡадир, Ғ.Иркәбаев, Я.Ғ.Йомаев, М.Сиражетдинов, М.С.Үтәбаев, М.Х.Халиҡов, М.М.Хәсәнов, Шәмиғол хәлфә, Ш.ӘминевТамъяни. 1919 й. ябыла. Мөҙәристәре: З.Рәсүлев (1884 й. алып), Ғ.З.Рәсүлев (1905 й. алып). Мәҙрәсә 1886 й. алып Алтынсариндың аҡсаһына төҙөлгән ағас бинала, 1905 й. — З.Рәсүлев һ.б. аҡсаһына һалынған 2 ҡатлы кирбес бинала урынлаша.

Әҙәб.: А б у б а к и р о в а М., Ш а м с у т д и н о в И., Х а с а н ж а н о в а Р. Историю оставить народу своему. Троицк, 2002.

Р.Н.Ғиззәтуллин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

“РӘСҮЛИӘ”, юғары мәҙрәсә. 1884 й. Троицк ҡ. 5се йәмиғмәсете эргәһендәҡаҙаҡ байы И.Алтынсарин аҡсаһына асыла. Инициаторы һәм нигеҙһалыусыһы — З.Х.Рәсүлев. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, мосолман халҡыныңһәм Рәсүлевтең шәхси аҡсаһына тотола. Уҡытыутәрбиә эшенәмөҙәрис мн мәсеттең имамхатибы етәкселек итә. Урта мәҙрәсәнеңөлкән һәм урта кластарын тамамлаған һәм ҡабул итеү имтихандарын уңышлы тапшырған ир балалар ҡабул ителгән. 20 б. башында уҡыу түләүле була башлай (йылына 8 һум). Уҡыу курсы — 11 йыл. 1893 й. башлап уҡыу процесы яңы уҡытыу ысулы бса алып барыла (ҡара: Йәдитселек). Уҡыу программаһына Ҡөрьән тәфсире һәм хәҙистәр өйрәнеү, төрки теле, ғәрәп теле, мосолман каллиграфияһы, ислам тарихы, дөйөм тарих, логика, этика, гигиена, геогр., химия, физика, зоология, пед. һ.б. инә. 1901 й. студенттар “Ғилми йәмғиәт” ойоштора. “Р.” мн Ш.Бабич, М.Бикмәтов (ҡара: Бикмәтовтар), Рәсүлев, Ғ.З.Рәсүлев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. Мәҙрәсәләбашҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар һ.б. төрки халыҡ вәкилдәре белем ала. 1913 й. 240 шәкерт уҡый, улар араһында М.Ғафури, Инан Әбделҡадир, Ғ.Иркәбаев, Я.Ғ.Йомаев, М.Сиражетдинов, М.С.Үтәбаев, М.Х.Халиҡов, М.М.Хәсәнов, Шәмиғол хәлфә, Ш.ӘминевТамъяни. 1919 й. ябыла. Мөҙәристәре: З.Рәсүлев (1884 й. алып), Ғ.З.Рәсүлев (1905 й. алып). Мәҙрәсә 1886 й. алып Алтынсариндың аҡсаһына төҙөлгән ағас бинала, 1905 й. — З.Рәсүлев һ.б. аҡсаһына һалынған 2 ҡатлы кирбес бинала урынлаша. Әҙәб.: А б у б а к и р о в а М., Ш а м с у т д и н о в И., Х а с а н ж а н о в а Р. Историю оставить народу своему. Троицк, 2002. Р.Н.Ғиззәтуллин Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019