Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБЛУКОВ Гордий Семёнович

Просмотров: 117

САБЛУКОВ Гордий Семёнович (1804, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1803, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Архангел з‑ды, хәҙ. БР‑ҙың Архангел р‑ны Архангел а., — 29.1.1880, Ҡазан), педагог‑миссионер, шәрҡиәтсе, тәржемәсе. Дини тәғлимәт канд. (1830). Өфө дини семинарияһын (1826) һәм Мәскәү дини акад. (1830) тамамлаған. 1830 й. алып Һарытау дини семинарияһында граждандар тарихын, көнсығыш телдәрҙе, 1849—62 йй. Ҡазан дини акад. миссионерлыҡ бүлексәһенең мосолманлыҡҡа ҡаршы бүлегендә көнсығыш һәм классик телдәрҙе уҡыта. С. тарафынан мосолмандар араһында исламды өйрәнеүгә нигеҙләнгән системалы миссионерлыҡ курсы төҙөлә. Фәнни хеҙмәттәре Волга буйының, ҡыпсаҡтарҙың, Алтын Урҙаның тарихына, нумизматикаһына, археологияһына, этнографияһына арналған. Ҡөрьәндең ғәрәп теленән урыҫ теленә тәүге баҫма тәржемәһе (1878), “Ҡөрьән тәржемәһенә ҡушымталар” (“Приложения к переводу Корана”, 1879) һәм “Ҡөрьән тураһында мәғлүмәттәр” (“Сведения о Коране”, 1884) авторы.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019