Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ БАҠСА

Просмотров: 391

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ИСЕМЕНДӘГЕ БАҠСА. Өфөлә урынлашҡан (Салауат урамы, 22). Майҙаны — 2,83 га. 1900 й. Случевский тауында баҡса булараҡ ойошторола, 1920 йй. аҙағынан Салауат ис. баҡса (ҡара: Салауат Юлаев), 1969 й. алып Н.К. Крупская ис. баҡса, 2004 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Тәүҙә баҡса терр‑яһында Ағиҙел й. ҡараған павильондар, китапхана‑уҡыу урыны, йәйге эстрада, волейбол майҙансығы төҙөлә; карусель һәм “Күҙәтеү ҡуласаһы”, 1952 й. Салауат Юлаевтың бронза бюсы (скульпторы Т.П.Нечаева; 1969 й. һүтелә) ҡуйыла; 1956 й. вант күпере төҙөлә. Баҡса терр‑яһы даими планировка м‑н айырыла; ултыртылған йәшел ағастар араһында сирень, миләш, ҡорос ағас, шыршы (ш. иҫ. зәңгәр), ҡарағас, ҡарағай, акация, ерек, йүкә, ҡайын, саған, пирамидаль тирәк, сәскә атыусы ҡыуаҡлыҡтар, альпинарий бар. Баҡсала Р.Ниғмәти ҡәбере урынлашҡан; 3 беседка, балалар өсөн уйын комплекстары ҡуйылған, уларҙың береһе физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән. Өҫкө майҙанда сығыу урынына яҡыныраҡ таш сәскә рәүешендәге 3 ҡатлы фонтан урынлаштырылған, ул барлыҡ архитектур формалар м‑н бер стилдә бирелгән. Парк уртаһында икенсе фонтан бар, ул һәр береһенең эсендә йөрәк булған ике балдаҡ рәүешендә эшләнгән. Ял өсөн файҙаланыла. Баҡса ландшафт һәм ҡала төҙөлөшө ҡомартҡыһы булып тора.

Әҙәб.: Уфа: страницы истории. Уфа, 2006.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019