САЙРАНИ Ғариф
186
САЙРАНИ Ғариф (1791, Нуғай даруғаһы Юрматы улусы Моталлап а., хәҙ. БР‑ҙың Ишембай р‑ны Һайран а., — 1856), дин, суфыйсылыҡ әһеле. Тыуған ауылындағы мәҙрәсәлә, Стәрлетамаҡ мәҙрәсәһендә һәм Бохара, Ҡабул, Бағдад мәҙрәсәләрендә уҡыған. Тыуған яғына ҡайтҡас, Юрматы улусы мәҙрәсәһендә уҡыта. Шәреҡ филос. б‑са ғәрәп телендәге фәнни хеҙмәттәр авторы.
Әҙәб.: В ә л и д и Т у ғ а н Ә. Хәтирәләр. Өфө, 1996.
Ғ.Б.Хөсәйенов
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: