Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ ЮЛАЕВ МУЗЕЙЫ

Просмотров: 1026

САЛАУАТ ЮЛАЕВ МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы (1987). Салауат р‑ны Малаяҙ а. урынлашҡан. 1965 й. Әлкә һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә тыуған яҡты өйрәнеү мөйөшө булараҡ ойошторола, 1975 й. алып Малаяҙҙа Салауат Юлаев ис. тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1984 й. “халыҡ” исеме бирелә, 1991 й. башлап Салауат Юлаев тарихи музейы. Музей фондында 4 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Пугачёв армияһы байрағының, Салауат Юлаев ҡул ҡуйған указ һәм хаттарҙың, тикшереү документтарының күсермәләре; Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) т‑да матди һәм документаль материалдар һ.б. Геройҙың образын һынландырған Ә.С.Арыҫланов, А.А. Кузнецов, А.П.Лежнев, Р.М.Нурмөхәмәтовтың һ.б.; Тәкәй һәм Аҙналы аа. тирә‑яғын, Салауат ҡаяһын, Салауат р‑ны Иҙрис а. эргәһендәге мәмерйәне (ҡара: Иҙрис мәмерйәһе) һ.б. һүрәтләгән урындағы рәссам А.Т. Заһиҙуллиндың картиналары; “1774 й. 3 июнендә Әй й. буйындағы Ҡыйғы а. эргәһендә Е.И.Пугачёв һәм С.Юлаев отрядтарының И.И.Михельсон корпусына ҡаршы алышы” диорамаһы бар. Этнография залында балыҡсылыҡ, солоҡсолоҡ, һунарға бағышланған экспонаттар; традицион биҙәүестәр, эш ҡоралдары, ағастан эшләнгән өй кәрәк‑ярағы, тирмә интерьеры күрһәтелгән. 1995 й. алып музейҙа “Йәш салауатсы” йәмғиәте эшләй. 2003 й. Әлкә а. геройҙың бала саҡ йылдарына арналған музей бүлеге асыла. Унда үҙәк урынды “Салауаттың бала сағы” диорамаһы биләй.

Л.А.Чишкова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019