Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФ АҒАЛТЫН

Просмотров: 403

САФ АҒАЛТЫН, п л а т и н а, саф элементтар класы минералы, Pt. Составында тимер, баҡыр, никель, иридий, родий, рутений, палладий, осмий, алтын һ.б. ҡушылмалар бар. Төрҙәре: поликсен, ферроплатина, иридийлы ағалтын, палладийлы ағалтын һ.б. Куб сингонияһында кристаллана, бөртөктәр, тәңкәләр, конкрециялар, самородоктар барлыҡҡа килтерә. Төҫө һәм һыҙығы һорғолт аҡ, металл кеүек ялтыр. Ҡатылығы 4, тығыҙлығы 21500 кг/м3. Һығылмалы, еңел сүкелеүсән. С.а. — магматик ятҡылыҡтар компоненты, оливин, пироксен, хромит, магнетит м‑н берлектә һелтеле һәм ультраһелтеле ер аҫтынан сыҡҡан тау тоҡомдарында, ликвация ятҡылыҡтарының сульфидлы баҡыр‑никель мәғдәндәрендә, баҡырлы ҡомташтарында, һибелмә ятҡылыҡтарҙа осрай. БР‑ҙа С.а. Баймаҡ (Һунарүҙәк, Солтан, Ғәҙелша), Учалы (Зинин, Шерәмбай һ.б.) һәм Әүжән‑Белорет (Ҡоро Ҡуршалы) мәғдән райондарында осмий, иридий, палладий м‑н бергә һибелмә алтын ятҡылыҡтарынан табыла. Ағалтын һәм ағалтын төркөмө металдары Һунарүҙәк сульфидлы никель мәғдәндәре ятҡылығында, Белорет р‑нында машаҡ свитаһы конгломераттарында һәм диабаз интрузияларында, һоро күмер ятҡылыҡтарында бар.

И.А.Хәйретдинов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019