Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СВЕТЛЫЙ, күл‑һаҙлыҡ комплексы

Просмотров: 611

СВЕТЛЫЙ, Тере Танып й. басс. күл- һаҙлыҡ комплексы. Ҡалтасы р‑ны Надеждин а. көньяҡ‑көнсығыш ситендә урынлашҡан. Уйһыу һаҙлыҡтар, дөйөм майҙаны 219,0 га, торфтың уртаса ҡалынлығы 1,32 м, иң ҡалыны — 4,2 м, эшкәртелмәгән торф запасы 1226,0 мең т. Башлыса ер өҫтө һыуҙары м‑н туйына. Күлдән шишмә ағып сыға. Аҡ ҡайын, тал, ҡара бөрлөгән, ҡара ерек, ҡара ҡарағат, ҡыҙыл балан, ябай муйыл, балтырған, бесәй үләне, билдәһеҙ кәкүкбаш, ҙур сөйәл үләне, кесерткән ҡыңғырау сәскәһе, күрән, кәзә һаҡалы, ҡарамаяпраҡ ерек ҡураһы, һаңғырау кесерткән, ябай кесерткән, ябай ҡуян ҡолағы һ.б. үҫә. Аҡ ҡуян, ҡабан, мышы, ҡор, тәгәрлек, һаралйын, һуйыр һ.б. йәшәй. Күсәр ҡоштар — быҫылдаҡ аҡҡош, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, мөншөгөр, һаҙ ҡаҙы, һаҙғыраҡ сөрәгәй, һоро торна, һуна өйрәк һ.б. туҡтала.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019