Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕРГИЕВ ЗЫЯРАТЫ

Просмотров: 336

СЕРГИЕВ ЗЫЯРАТЫ. 18 б. уртаһында асылған, тип фараз ителә. Өфөнөң көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә Сергиев тауы эргәһендә урынлашҡан. Майҙаны — 9 га. 1861—1932 йй. С.з. Преображенск сиркәүе эшләй. Священник Ф.М.Троицкий һәм мещан Д.Н.Кадкин аҡсаһына зыярат терр‑яһы кәртәләп алына, йәшелләндереү эштәре башҡарыла. С.з. дин әһелдәренең, фән, мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, Өфөлә йәшәгән боронғо нәҫел вәкилдәренең, билдәле дворяндар һәм сауҙагәрҙәрҙең, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө госпиталдәрендә мәрхүм булған яҡынса 1,3 мең яралы Ҡыҙыл Армия яугиры һәм офицерҙарының һ.б. ҡәбере бар. 1972 й. ябыла. Революционер В.П.Арцыбушевтың, В.В.Брусяниндың, Л.А.Галанованың, М.Н.Елгаштинаның, С.И.Зориндың, Зосима II, И.С.Кадомцевтың (ҡара: Кадомцевтар), Н.А.Крашенинниковтың, М.К.Любавскийҙың, Е.С.Сазоновтың, К.В.Сальниковтың, Симондың, Д.И.Татариновтың һ.б. ҡәберҙәре, совет яугирҙарының 7 дөйөм ҡәберлеге тарих ҡомартҡылары булып тора.

П.В.Егоров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019