Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘИДИ Ғабдулла

Просмотров: 84

СӘИДИ Ғабдулла, Ғ а б д у л л а б и н С ә и д ә л ‑ Б о л ғ а р и ә л ‑ Б ө р й ә н и ә л ‑ Һ а ҡ м а р и [ысын исеме Нурмөхәмәтов Ғабдулла Сәйетбаттал улы; 3.5.1836, Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Стәрлебаш а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) – 1.9.1914, Орск губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Муллаҡай а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны)], дин эшмәкәре, суфыйсылыҡ әһеле, ишан, мәғрифәтсе, яҙыусы, шағир. Нәҡшбәндиә тәриҡәте ағзаһы. Муллаҡай мәҙрәсәһендә, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә һәм Бохаралағы мәҙрәсәлә уҡыған. 1871 й. алып Муллаҡайҙағы мәсеттең имам‑хатибы һәм бер үк ваҡытта мәҙрәсә мөҙәрисе. Муллаҡай мәҙрәсәһенә яңы ысуллы уҡытыу системаһын (ҡара: Йәдитселек) индерә. Геол., төҙөлөш, тау эше, химия, халыҡ медицинаһы нигеҙҙәре һ.б. б‑са дәрестәр бирә, ғәрәп телендә һәм фарсы телендә шиғырҙар яҙа. Ике тапҡыр хажға бара. Ә.Ә.Вәлидов, З.Х.Рәсүлев м‑н таныш була. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. логика нигеҙҙәре б‑са дәреслек, авторы.

Р.У.Абдрахманов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019