Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘРМӘСӘН, йылға

Просмотров: 680

СӘРМӘСӘН, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Сәрмәсән а. көньяҡҡа табан 1 км, Асылыкүлдән көньяҡ‑көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш битләүенән башлана. Бәләбәй, Бүздәк, Благовар, Кушнаренко р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 332 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 186 км, басс. майҙаны 3970 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 79%‑ы — яҙғы (апр.—июнь), 14%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июль—нояб.), 7%‑ы ҡышҡы (дек.—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 10 м3/с. Рельефы — убалы тигеҙлек. Үҙәне өфө ярусы аргиллиттары, ҡомташтары, эзбизташтары, гипстарынан тора. Ландшафы үрге ағымында — ҡайын һәм уҫаҡ урмандарынан, түбәнге ағымында — киң япраҡлы урмандарҙан, урта ағымында ҡараһыу һоро урман һәм йыуылған ҡара тупраҡтарҙағы ауыл хужалығы ерҙәренән ғибәрәт. Басс. яҡынса 9%‑ын урман ҡаплаған, яҡынса 1%‑ы һаҙланған, яҡынса 48%‑ы карстланған. Үрге ағымда йылға басс. Өҫән‑Ивановка заказнигы һәм Асылыкүл тәбиғи паркы сиктәрендә урынлашҡан. Бүздәк р‑ны Ҡаңны‑Төркәй а. эргәһендә һыуһаҡлағыс төҙөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Ҡарғалы; һул — Оло Ҡыйҙаш, Киәҙе, Иҙәш, Төрөш, Сәүәҙе, Ҡалмаш, Һарыш.

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019