Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБАЙ МУЗЕЙЫ

Просмотров: 367

СИБАЙ МУЗЕЙЫ. 1969 й. ойошторола, 1991 й. алып Милли музей филиалы, 2006 й. — Сибай тарих- тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Экспозицияһы 1995 й. асыла. Музей фондында 8 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 7 ырыуҙың ҡатын‑ҡыҙҙар кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме) коллекцияһы, нумизматик коллекция, 118 см оҙонлоҡтағы мөгөҙө булған тау тәкәһенең (архарҙың) баш һөйәге, мамонт тештәре, бәреп төшөрөлгән немец самолётының бензин аға торған көпшәһенән яһалған еҙ ҡурай, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар т‑да фото‑ һәм документаль материалдар, 19 б. аҙ. — 20 б. башындағы башҡорт ихатаһы, тирмәһе, йорто, Сибай карьеры, шахта макеттары, бар. 6 залда урынлашҡан экспозиция тәбиғәт, этнография һәм археология, һуғышҡа тиклемге тарих, хәрби дан, ҡала, Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинаты тарихы бүлектәренән тора. “Бөркөт табышы менән”, “Төйәләҫ һыу ятҡылығының төбө”, “Көҙ”, “Ҡор уйыны”, “Далалы Урал аръяғы”, “Мәмерйәләге айыу”, “Ҡыш. Бүреләрҙең төнгө һунары”, “Ғәҙелша шарлауығы”, “Сталинград һуғышы” диорамалары; күргәҙмә һәм лекция залдары бар. С.м. тематик, ш. иҫ. күсмә, күргәҙмәләр ойоштора, күмәк кеше ҡатнашлығындағы байрамдар һәм кисәләр үткәрә.

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019