Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨН, йылға

Просмотров: 636

СӨН, К ө с ә л ә ү, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Шаран р‑ны Йәнәхмәт а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта башлана. Шул уҡ район буйлап төньяҡ‑көнсығыштан — көньяҡ-көнбайышҡа, Үрҙәкйылға тамағынан — төньяҡ‑көнбайышҡа, БР‑ҙың Баҡалы р‑ны Саҡат а. — төньяҡ- көнсығышҡа, Илеш р‑ны Һеңрән а. алып ш. уҡ райондың Яңы Айыу а. киңлегенә тиклем ТР сиктәре буйлап (Ҡәлмиә һәм Терпеле йй. араһында ТР буйлап) аға. Ағиҙел й.__ (тамағынан 83 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 209 км, басс. майҙаны 4500 км2, дөйөм түбәнәйеүе 207 м. Ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 65%‑ы — яҙғы (апр.—май), 20%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь— окт.), 15%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 14,8 м3/с. Йылға басс. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының төньяғында, өфө ярусы һәм ҡазан ярусы алевролиттарынан, ҡомташтарынан, эзбизташтарынан, доломиттарынан, мергелдәренән, аргиллиттарынан торған Кама- Ағиҙел убалы уйпатлығында урынлашҡан. Ландшафы типик ҡара тупраҡтағы урман‑даланан тора, көнсығыш өлөшөндә һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы урман осрай. Басс. 22%‑ын урман ҡаплаған, 60%‑ы һөрөлгән. Ҡушылдыҡтары: уң — Шалтыҡ, Шаран, Тиләгәҙе, Маты; һул — Иҙәш, Өшә, Шәрәшле һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019