Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ МУЗЕЙЫ

Просмотров: 373

СТӘРЛЕТАМАҠ МУЗЕЙЫ. 1918 й. Стәрлетамаҡ музейы булараҡ ойошторола, 1980 й. алып Стәрлетамаҡ тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1985 й. — Милли музей филиалы, 1997 й. — Стәрлетамаҡ тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Музей фондында 28 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Стәрлетамаҡ ҡәберлеге, Әүрезтамаҡ хазинаһы материалдары; һирәк осрай торған китаптар, археологик, тәбиғи фән, нумизматик һәм минералогик коллекциялар; боронғо хәрби ҡорал; рәсем сәнғәте, графика һәм скульптура әҫәрҙәре; фото‑ һәм документаль материалдар һ.б. 4 залда урынлашҡан экспозиция тәбиғәт, этнография, археология, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ҡала кешеләренең хеҙмәт һәм хәрби батырлыҡтарына арналған ҡала тарихы бүлектәренән тора. Төрлө йылдарҙа музейҙа Окт. революцияһы ветерандары, музей‑тыуған яҡты өйрәнеү советтары, тыуған яҡты өйрәнеү һәм археология түңәрәктәре, хәрби- тарихи клуб эшләй. С.м. фәнни‑эҙләнеү эше алып бара; тематик күргәҙмәләр, ш. иҫ. һынлы сәнғәт күргәҙмәләре; Б.В. һуғышы ветерандарының һәм Рига хәрби пехота училищеһын тамамлаусыларҙың осрашыуҙарын; фольклор байрамдары, әҙәби, муз. һәм ижади кисәләр ойоштора.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019