Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУЛАЙЫМ ЙӘМҒИӘТ ПРОДУКТЫ

Просмотров: 372

ТУЛАЙЫМ ЙӘМҒИӘТ ПРОДУКТЫ, й ә м ғ и ә т т е ң  й ы й ы л м а  п р о д у к т ы, йәмғиәт тарафынан билдәле бер ваҡыт эсендә етештерелгән матди байлыҡтарҙың хаҡы. Матди сағылышында Т.й.п. — етештереү сараларынан һәм ҡулланыу әйберҙәренән; хаҡ сағылышында ҡулланылған етештереү саралары хаҡынан һәм милли килемдән тора. Башҡортостанда Т.й.п. күрһәткестәре 1966 й. башлап Т.й.п. етештереүҙең һәм бүлеүҙең тармаҡ‑ара балансын эшләгәндә иҫәпләнә. 1966—87 йй. Т.й.п. күләме б‑са БАССР союздаш респ. яртыһынан тиерлек алда бара. Т.й.п уртаса йыллыҡ үҫеш тиҙлеге 1967—72 йй. — 6,4%; 1973—77 йй. — 5,6; 1978—82 йй. — 4,9; 1983—87 йй. — 2% тәшкил итә. 1966—87 йй. респ. Т.й.п. матди сығымдар 45%‑тан алып 55%‑ҡа етә, был хужалыҡ итеүҙең сығымдары артыуын күрһәтә; Т.й.п. яҡынса 70%‑ы сәнәғәт өлөшөнә тура килә. Республикала Т.й.п. 1987 й. яҡынса 25 млрд һум, 1990 й. — 26,4, 1991 й. — 53 млрд һум тәшкил итә (мәғлүмәт ағымдағы хаҡтарҙа бирелгән). 1992 й. башлап респ. тулайым төбәк продукты иҫәпләнә.

Ҡ.Н.Йосопов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019