Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОРЛАҠ‑ГРАЖДАНЛЫҠ ТӨҘӨЛӨШӨ

Просмотров: 409

ТОРЛАҠ‑ГРАЖДАНЛЫҠ ТӨҘӨЛӨШӨ, төҙөлөштөң производствоға ҡарамаған өлкә объекттарын — торлаҡ йорттар, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениелары, адм. биналар, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү пр‑тиелары, спорт ҡоролмалары һ.б. төҙөүгә һәм реконструкциялауға махсуслашҡан тармағы. Комплекслы булыу Т.‑г.т. үҙенсәлеге булып тора. Торлаҡ йорттар һалыу м‑н бергә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт учреждениелары, халыҡҡа коммуналь һәм көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеү пр‑тиелары селтәрен булдырыу, терр‑яларҙы йәшелләндереү һәм төҙөкләндереү б‑са ҡала төҙөлөшө бурыстары хәл ителә (ҡара: Ҡала төҙөлөшө). 1913 й. Башҡортостандың ҡала, завод, станция һ.б. ҡасабалары торлаҡ фондының дөйөм майҙаны яҡынса 1,2 млн м2 тәшкил итә. 20‑се йй. БАССР ХКС‑ы эргәһендә Эшселәр торлаҡтары төҙөлөшөнә булышлыҡ итеү ком‑ты асыла, торлаҡ‑төҙөлөш ширҡәттәре ойошторола (ҡара: Торлаҡ кооперацияһы). 1918—28 йй. респ. 30 мең м2 ашыу торлаҡ төҙөлә, артабан Т.‑г.т. темпы үҫә: 1929—32 йй. 162 мең м2, 1933—37 йй. — 261, 1938—45 йй. 560 мең м2 төҙөлә. Торлаҡ һәм граждан объекттары төҙөлөшө “Башгоспроект” (ҡара: “Башкиргражданпроект”) Башҡ‑н дәүләт проект бюроһында эшләнгән шәхси һәм типлы проекттар б‑са алып барыла. 30‑сы йй. башында “Башстройматериалы” берекмәһе (ҡара: “Башстром”), БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Коммуналь хужалыҡ б‑са баш идаралыҡтың “Башжилгражданстрой” Дәүләт ремонт‑төҙөлөш контораһы асыла. Торлаҡ фонды башлыса бер һәм ике ҡатлы биналар төҙөү иҫәбенә тулылана. Респ. Т.‑г.т. яңы этабы КПСС ҮК һәм СССР МС‑ының “СССР‑ҙа торлаҡ төҙөлөшөнөң үҫеше тураһында”ғы ҡарары (1957) м‑н бәйле, уға ярашлы, Т.‑г.т. типлы проекттар б‑са комплекслы төҙөү юлы м‑н торама пункттар үҫешенең ген. пландарынан сығып башҡарыла. 1959—65 йй. 4,3 млн м2 торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла. Күбеһенсә 3 — 5 ҡатлы йорттар төҙөлә, 60‑сы йй. башында Өфөлә — 9, 70‑се йй. башында 12—14 ҡатлы кирбес һәм блоклы йорттар төҙөлә башлай. 60 —70‑се йй. Т.‑г.т. индустриялаштырыу биналарҙы типлаштырыуға, төҙөлөш изделиеларын унификациялауға һәм стандартлаштырыуға, төҙөлөш индустрияһын һәм төҙөлөш материалдары сәнәғәтен махсуслаштырыуға нигеҙләнә, эре блоклы һәм эре панелле йорттар төҙөү м‑н бергә үҫә. Сәнәғәт пр‑тиелары һәм ведомстволар аҡсаһына төҙөлгән торлаҡ күләме арта, ҡалаларҙа һәм ауылдарҙа торлаҡ кооперативы һәм шәхси төҙөлөш үҫешә (халыҡ тарафынан ауыл ерендә 5,4 млн м2, ҡалаларҙа 0,5 млн м2 торлаҡ төҙөлә). Был осорҙа Т.‑г.т. м‑н бергә “Россия” ҡунаҡханаһы, Өфө циркы, Спорт һарайы (бөтәһе лә — Өфө) һ.б. биналар төҙөлә. Салауат, Күмертау, Нефтекама, Сибай, Туймазы һәм Учалы эшселәр ҡасабаларында Т.‑г.т. күләме һиҙелерлек артыу уларҙың ҡалаға әүерелеүенә килтерә. Торлаҡ төҙөлөшө күләмен үҫтереү 70—80‑се йй. дауам ителә (1971—75 йй. 5,7 млн м2, 1976—80 йй. 5,5 млн м2 торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла). Баҙар иҡтисадына күсеү осоронда инвестиция әүҙемлеге ҡырҡа кәмеү арҡаһында Т.‑г.т. ҡыҫҡарыу күҙәтелә. 1995 й. респ. “Торлаҡ төҙөлөшөнөң производство базаһы структураһын үҙгәртеү” программаһы ҡабул ителә, ул торлаҡ йорттар төҙөүҙә яңы технологиялар ҡулланыуҙы, шәхси төҙөлөш өсөн изделиелар сығарыуҙы һ.б. күҙ уңында тота. Аҙ ҡатлы төҙөлөштә һығылмалы технология үҙләштерелә (Нефтекама торлаҡ төҙөү комб‑тында индерелә), торлаҡ йорттар (Стәрлетамаҡ цемент-юнысҡы плиталары заводы), йылыны яҡшы һаҡлаған каркаслы-панелле ағас йорттар (Ағиҙел ағас эшкәртеү комбинаты, Салауат ағас эшкәртеү комбинаты, Мәләүез ағас эшкәртеү комбинаты) деталдәренең еңеләйтелгән комплекттарын етештереү ойошторола. 1997 й. алып маҡсатлы федераль һәм респ. торлаҡ төҙөлөшө программаларын тормошҡа ашырыу сиктәрендә БР‑ҙың Торлаҡ төҙөлөшө фонды эшләй. 1990 йй. башлап Т.‑г.т. дәүләт, шәхси, ҡатнаш һ.б. милек формаларына ҡараған төҙөлөш подряд ойошмалары тарафынан алып барыла (ҡара: 1‑се табл.). Шәхси һәм ҡатнаш милек формаһындағы төҙөлөш пр‑тиелары ҙур роль уйнай; бер үк ваҡытта дәүләт секторының өлөшө кәмей. 2011 й. респ. 23684 фатир, шуларҙың 59,1%‑ы шәхси төҙөүселәр иҫәбенә төҙөлә. Торлаҡ төҙөү һәм файҙаланыуға тапшырыу б‑са БР Волга буйы федераль округында 2‑се урынды биләй. Соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле һәм торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ объекттары әүҙем төҙөлә (ҡара: 2‑се табл.). БР‑ҙа Т.г.‑т. “Башсантехмонтаж”, “Башэлектромонтаж” ААЙ‑лары һ.б. тарафынан тормошҡа ашырыла. Т.‑г.т. объекттарын “Архпроект” фирмаһы, “Башагропромпроект”, “Башжилкоммунпроект”, “Башкиргражданпроект”, “Башпромстройпроект” ин‑ттары (Өфө) һ.б. проектлай.

Әҙәб.: История Уфы: кр. очерк. Уфа, 1981; Н у г у м а н о в А.С. Строительный комплекс Республики Башкортостан. Уфа, 2004.

В.И.Ротермель, Р.В.Әмиров

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Табл.1

Торлаҡ йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу,

мең м2 (дөйөм майҙаны)

Милек төрө

2000

2005

2010

2011

Дәүләт

78,9

138,9

73,3

66,5

    федераль

30,5

17,2

14,4

5,9

   Башҡортостан Республикаһының

48,4

121,7

58,9

60,6

Муниципаль

245,0

152,3

134,8

143,2

Йәмәғәт берекмәләренең

2,4

0,3

Шәхси

838,7

1216,2

1762,7

1846,2

    ш. иҫ. индивидуаль торлаҡ төҙөлөшө

808,3

992,6

1453,9

1546,9

Ҡулланыусылар кооперацияһы милке

0,4

Ҡатнаш

91,9

84,2

35,9

53,4

Сит ил капиталы ҡатнашлығында

14,4

    Бөтәһе

1254,9

1608,4

2007,0

2109,3

 

Табл.2

Торлаҡ-граждан төҙөлөшөнөң үтә мөһим

объекттарын файҙаланыуға тапшырыу, мең м2

Объекттар

1980

1990

2000

2010

2011

Дөйөм белем биреү  учреждениелары,  урын

12042

14956

9679

3640

1228

Мәктәпкәсә белем биреү  учреждениелары, урын

7040

9235

356

350

905

Дауахана учреждениелары, койка

996

1381

513

100

50

Мәҙәниәт учреждениелары, урын:

 

 

 

 

 

    клуб тибындағы учреждениелар

3915

6630

1404

800

250

    кино-концерт залдары

500

300

    театрҙар

225

Коммуналь хужалыҡ объекттары, км:

 

 

 

 

 

    һыу үткәреү селтәрҙәре

116,5

285,13

77,09

44,5

111,2

    канализация селтәрҙәре

34,90

15,03

26,26

    йылылыҡ селтәрҙәре

20,30

15,8

8,31

1,98

3,4

    газ селтәрҙәре

84,0

726,74

3126,62

477,24

380,9

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019