Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТОРЛАҠ‑КОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ

Просмотров: 469

ТОРЛАҠКОММУНАЛЬ ХУЖАЛЫҠ, торлаҡ фондын булдырыу һәм хеҙмәтләндереү м‑н бәйле иҡтисад тармаҡтары комплексы. Торлаҡ хужалығы, газ, йылылыҡ, һыу, энергия м‑н тәьмин итеү, ағынты һыуҙарҙы түгеү, юл‑күпер һәм ҡунаҡхана хужалығы пр‑тиеларынан тора. Революцияға тиклем Башҡортостанда коммуналь хеҙмәттәр урындағы үҙидара органдары ҡарамағында була. 19 б. 40‑сы йй. аҙ. Өфөлә урамдарҙы һәм майҙандарҙы түшәүгә, терр‑яларҙы таҙартыуға, сүп түгеүгә һ.б. махсус аҡса йыйыу индерелә. 1918 й. Өфө губ. эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылгвардеец депутаттары советының башҡарма ком‑ты эргәһендә Т.‑к.х. м‑н идара итеү өсөн урындағы хужалыҡ бүлеге асыла, 1920 й. Өфө губ. коммуналь бүлегенә үҙгәртелә; 1919 й. алып АСБР‑ҙың Эске эштәр ХК составында Коммуналь хужалыҡ идаралығы эшләй. Уларҙың базаһында 1922 й. БАССР‑ҙың Эске эштәр ХК эргәһендә Коммуналь хужалыҡ б‑са баш идаралыҡ ойошторола, 1931 й. башлап БАССР коммуналь хужалыҡ ХК, 1946 й. — БАССР Коммуналь хужалыҡ министрлығы, 1971 й. — БАССР Торлаҡ‑коммуналь хужалыҡ министрлығы, 1997 й. — БР Төҙөлөш һәм торлаҡ сәйәсәте министрлығы, 2001 й. алып БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы булдырыла. Респ. торлаҡ хужалығының беренсел ойошмаларын формалаштырыу процесы 20‑се йй. торлаҡ‑ҡуртым кооператив ширҡәттәре ойоштороуҙан башлана (ҡара: Торлаҡ кооперацияһы). 1937 й. СССР ҮБК һәм ХКС‑ының “Торлаҡ фондын һаҡлау һәм ҡалаларҙа торлаҡ хужалығын яҡшыртыу тураһында” ҡарары ҡабул ителгәндән һуң торлаҡҡа идара итеү, уны хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау өсөн йорт идаралыҡтары, пр‑тиеларҙа торлаҡ‑коммуналь бүлектәр, идаралыҡтар һәм конторалар асыла. Тәүге йорт идаралыҡтары Өфөлә һәм Стәрлетамаҡ ҡ. ойошторола (1938 й. башына — 12, 1941 й. — 51). Торлаҡ һәм йәмәғәт биналарын капиталь ремонтлау, реконструкциялау “Уфагорремстрой”, “Башстрой” трестары, “Башгаз”, “Башводоканал”, “Баштеплоэнерго” пр‑тиелары һ.б. тарафынан башҡарыла. 1959 й. йорт идаралыҡтары торлаҡ‑эксплуатация контораларына үҙгәртелә, 1977 й. торлаҡ‑эксплуатация участкалары һәм биналарҙы эксплуатациялау б‑са дирекциялар ойошторола. 90‑сы йй. башынан торлаҡ милекселәре ширҡәттәре асыла. Торлаҡ фондына идара итеү һәм уны хеҙмәтләндереү идарасы компаниялар (ш. иҫ. торлаҡ‑эксплуатация участкалары) йәки торлаҡ милекселәре ширҡәттәре тарафынан тормошҡа ашырыла. 2011 й. түләүле хеҙмәттәрҙең дөйөм күләмендә торлаҡ хеҙмәттәре — 6,7%, коммуналь хеҙмәттәр 20,2% тәшкил итә. Тармаҡты финанслау хеҙмәттәргә ҡулланыусыларҙың түләүҙәре һәм бюджеттан дотациялар иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Халыҡтың торлаҡ‑коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәре структураһында торлаҡ фондын тотоуға — 32,5%; йылылыҡ менән тәьмин итеүгә, ш. иҫ. эҫе һыу менән тәьмин итеүгә— 37,0%; газ менән тәьмин итеүгә — 16,4%; һалҡын һыу м‑н тәьмин итеүгә һәм канализацияға— 7,9%; электр м‑н тәьмин итеүгә 6,2% тура килә.

Г.А.Карташева, К.Ф.Мөхәмәтдинов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019