Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӨНЬЯҠ‑КӨНСЫҒЫШ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ

Просмотров: 344

ТӨНЬЯҠКӨНСЫҒЫШ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Мәсетле, Салауат р‑ндары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. Мәсәғүт айыртылған ҡоро һөт комбинатын, электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив‑диспетчер хеҙмәте Дыуан р‑ны Мәсәғүт а. урынлашҡан, район диспетчер пункттары эшләй. Составына (2008) дөйөм билдәләнгән ҡеүәте 316,2 МВ•А булған 35—110 кВ көсөргәнешле 36 электр подстанцияһы, 1378 трансформатор подстанцияһы, 0,4 кВ (оҙонлоғо 1540 км), 6—10 (2110 км) һәм 35—110 кВ (897 км) көсөргәнешле электр энергияһы тапшырыу линиялары инә. Хеҙмәтләндереүҙең дөйөм күләме 18859 шартлы берәмек тәшкил итә. 1961 й. 35 кВ көсөргәнешле Кропачёво—Дыуан электр энергияһы тапшырыу линияһы базаһында “Сельэнерго” Иглин район электр селтәрҙәре составындағы Дыуан участкаһы булараҡ ойошторола, 1964 й. алып “Башкирэнерго” Үҙәк электр селтәрҙәре — Дыуан электр селтәрҙәре районы, 1967 й. — Дыуан электр селтәрҙәре, 1972 й. — Төньяҡ‑көнсығыш электр селтәрҙәре, 1992 й. башлап “Башкирэнерго” филиалы. 2005 й. “БашРЭС—Өфө”нөң (“Башкирэнерго” ААЙ бүлендек йәмғиәтенең “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ филиалы) хәҙ. исемдәге структур бүлексәһе. Пр‑тие ҡатнашлығында БР‑ҙа тәүге тапҡыр “Шәғәле” ТЭЦ‑ында Оло Ыҡтамаҡ а. йылы биреү һәм районды электр энергияһы м‑н ышаныслы тәьмин итеү өсөн газ турбиналы ҡулайлама (электр ҡеүәте 4 МВт, йылы ҡулланыу коэф. — 75,4%) сафҡа индерелә (2001); бәләкәй ГЭС төҙөлә (2000, Ыйыҡ й.; икеһе лә — Мәсетле р-ны); газ поршенле ике агрегат файҙаланыуға тапшырыла (2002,Янғантаушифаханаһы).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019