Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАУТӨМӘН

Просмотров: 382

ТАУТӨМӘН, Иглин р‑нындағы ауыл, Таутөмән а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Лабау й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 460 кеше; 1920 — 550; 1939 — 2743; 1959 — 3253; 1989 — 1968; 2002 — 2094; 2010 — 2219 кеше. Башҡорттар, урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (“Народный праздник” халыҡ вокаль ансамбле), китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡобау улусы Ҡобау а. (хәҙ. Сыуаш-Ҡобау а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1776 й. алып билдәле. Шулай уҡ Тәфтөмән, Таутөтән исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 8 йортта 32 кеше йәшәгән, 1865 й. 41 йортта — 240 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 3 бакалея кибете иҫәпкә алынған. 40‑сы йй. Т. — Таутөмән ҡасабаһы, 50‑се йй. Таутөмән станцияһы а. (икеһе лә 20 б. башында нигеҙләнгән) ҡушылған. А.Г.Корженевский, А.Б.Стасюконис ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019