Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАҘ БАТЫР

Просмотров: 704

ТАҘ БАТЫР, Т а ҙ, фольклор персонажы, башҡ. әкиәттәре геройы. Кинйә малайҙың ҡушаматы, “аңра”, “иҫәр” һүҙҙәренең синонимы булып ҡулланыла. Юмористик әкиәттәрҙә (“Таҙ”, “Баҙарсы таҙ” һ.б.) Таҙ изге күңелле, яҡшы ниәттәр м‑н йәшәгән һантый итеп күрһәтелә: туңған ҡарсыҡ икән тип, түмәрҙе кейендерә; атҡа тоҙло һыу эсерәм тип, йылғаға тоҙ һала һ.б. Тылсымлы әкиәттәрҙә ағалары иҫәр тип һанаған зирәк Т.б. изге, тылсымлы көстәр ярҙамына таяна һәм әкиәти маҡсатҡа ирешә: тере һыу таба, батша кейәүе булып китә, сит илдең сибәр батшабикәһенә өйләнә һ.б. (“Таҙ батыр”, “Таҙ менән Һалмауыр”, “Аҡыллы бесәй менән Таҙ” һ.б.). Персонаж башҡа төрки телле халыҡтар фольклорында ла киң билдәле.

Әҙәб.: С у л е й м а н о в А.М. Башкирские народные бытовые сказки: сюжетный репертуар и поэтика. М., 1994; Х у с а и н о в а Г.Р. Поэтика башкирских народных волшебных сказок. М., 2000; З а р и п о в Н.Т. Башкирские богатырские сказки: эстетика жанра. Уфа, 2008.

 

 

 

Ә.М.Сөләймәнов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019