Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАҠМАҠ

Просмотров: 439

ТАҠМАҠ, бейеү йыры; башҡ. муз.-шиғри фольклор жанры. Т. тәүге яҙмаһы 19 б. аҙ. С.Г.Рыбаков тарафынан яҙып алына (өлгөләре “Урал мосолмандарының көнкүреш тасуирламаһы менән музыкаһы һәм йырҙары” китабында бирелгән), фонографҡа 1929—31 йй. И.В.Салтыков тарафынан яҙыла. Тәүге тапҡыр “Башҡорт халыҡ йырҙары” китабында баҫылып сыға. Т. жанры өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙе Б.С.Байымов, Ф.Х.Камаевдауам итә. Функциональ тәғәйенләнеше б‑са — маҡтаусы (“Ҡарабай”), шаян (“Сонайым”), бейеүгә саҡырыусы‑өндәү (“Бейер ул”); йола йәки уйын хәрәкәттәре м‑н бәйле булыуы б‑са туй (“Йыуаса”, “Сыбыртҡылау”) һәм әйлән‑бәйлән уйыны (“Ай, дубр, дубая”, “Аҡ стакан”, “Косилка, молотилка”, “Сума өйрәк, сума ҡаҙ”, “Шәл бәйләнем” һ.б.) Т. айырыла. Т. өсөн һамаҡлау һәм һамаҡлап йырлау көй стилдәре хас. Т. шиғри текстары 8—7 ижекле ике юллыҡтарға бүленгән дүрт юллыҡтарҙан, һирәгерәк өс юллыҡтарҙан тора; уларға төрлө ангемитон өн рәттәренә таянған һәм октава, һирәкләп децима сиктәрендәге амбитусҡа эйә булған 2 өлөшлө көйҙәр тура килә. Т. им‑том йолалары ваҡытында, эпостарҙа (“Ҡара юрға”) һәм хайуандар т‑дағы әкиәттәрҙә (“Дүрт дуҫ”) өҫтәмә йыр итеп ҡулланғандар. Т. яңғыҙ йәки коллектив бейегәндә һуҡма инструменттар оҙатыуында башҡарыла: элегерәк — халыҡ музыка ҡоралдарын (дөңгөр, дөмбөрҙәк, шаҡылдаҡ), һуңыраҡ көнкүреш предметтарын (ҡалаҡ, уҡлау, биҙрә, батмус) файҙаланғандар. Композицион үҙенсәлектәре б‑са башҡ. Т. урыҫ таҡмаҡтарына һәм Көньяҡ Себер халыҡтары (алтайҙар, хакастар, шорҙар һ.б.) йырҙарына яҡын. Шулай уҡ ҡара: Ҡыҫҡа көй.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. Йырҙар. 2‑се кит. Өфө, 1977; Б а и м о в Б.С. Башкирские народные такмаки. Уфа, 2001.

Л.Ҡ.Сәлмәнова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019