Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ТАРҒЫН МЕНӘН ҠУЖАҠ”

Просмотров: 476

“ТАРҒЫН МЕНӘН ҠУЖАҠ”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәп килә. 1959 й. Ҡурған өлк. Асҡар а. Р. Саттаровтан К.Мәргән яҙып алған. Эпостың бер варианты Ғ.Әмири тарафынан яҙып алынған. Әҫәрҙә башҡорттарҙың нуғай ханлығына (ҡара: Нуғай Урҙаһы) ҡаршы көрәше сағылдырылған. Идея‑тематик йөкмәткеһе б‑са “Ек Мәргән”, “Мәргән менән Маян һылыу” һ.б. эпостар серияһына барып тоташа. Йыйын ваҡытында башҡ. ырыуы башлығы Аҡсахан ҡыҙы Аҡйондоҙҙо көрәштә еңеүсегә бирәсәге т‑да иғлан итә. Көрәштә нуғай батыры Тарғын еңә, әммә Аҡсахан ҡыҙын сит кешегә биреүҙән баш тарта. Аҡйондоҙ Тарғын м‑н ҡасып китә, уларҙы 60 йәшлек Ҡужаҡ батыр ҡыуа сыға. Ҡасҡындарҙы ҡыуып еткәс, ул Тарғын м‑н әйтештә ярыша, һуңынан батырҙар мәргәнлектә көс һынашып ҡарарға була: бер‑береһенә бер үк ваҡытта аталар. Тарғындың уҡтары дошманына теймәй, ә башҡ. батырының уғы уның ҡолаҡ йәберсәген үтә тишә. Хурлыҡҡа ҡалған нуғай батыры атын һәм ҡоралдарын ташлап ҡасып китә. Аҡсахан ҡыҙын Ҡужаҡ батырға бирә. Ҡулъяҙма Ғилми архивта һаҡлана. Күп кенә төрки халыҡтарҙың фольклорында осрай.

Әҙәб.: Башҡорт халыҡ ижады. 5‑се т. Тарихи ҡобайырҙар, хикәйәттәр (иртәктәр). Өфө, 2000.

 

С.Ә.Галин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов  

 

  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.03.2023