Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРИХ, ТЕЛ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТ ИНСТИТУТЫ

Просмотров: 650

ТАРИХ, ТЕЛ ҺӘМ ӘҘӘБИӘТ ИНСТИТУТЫ РФА‑ның Өфө ФҮ,1932 й. Өфөлә Башҡ‑н милли мәҙәниәт ҒТИ (ҡара: Милли мәҙәниәт институты) булараҡ Башҡортостан ғилми-тикшеренеү институтының соц.‑мәҙәни бүлеге нигеҙендә ойошторола,1936 й. алып Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ, 1943 й. — Башҡ‑н тел, әҙәбиәт һәм тарих ҒТИ (1940—51 йй. М.Ғафури ис.), 1951 й. — СССР ФА БФ ТТӘИ, 1987 й. башлап СССРФА УрБ БФҮ ТТӘИ, 1992 й. хәҙ. статусын йөрөтә. Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: тарих һәм археология, башҡорттарҙың этнографияһы һәм антропологияһы, революцияға тиклемге һәм хәҙ. осорҙаБашҡортостан тарихы, башҡорт теле, башҡорт әҙәбиәтенең тарихы һәм теорияһы,башҡ. фольклоры, биҙәү-ҡулланма сәнғәте. Институт составында 7 бүлек, лингвистика һәм мәғлүмәт технологиялары лаб., Ғ.Б.Хөсәйенов ис. ҡулъяҙмалар һәм иҫке баҫма китаптар фонды бар. 1980—94 йй. институт составына Урал халыҡтары бүлеге м‑н Археология һәм этнография музейы (ҡара: Этнологик тикшеренеүҙәр институты), 1991—93 йй. Башҡорт энциклопедияһы төркөмө, һуңынан бүлеге (ҡара: “Башҡорт энциклопедияһы”) инә. 70 ғилми хеҙм‑р араһында 1 БР ФА акад., 9 фән д‑ры һәм 38 фән канд. (2013). 6 һөнәр б‑са аспирантура эшләй. 1976—81 йй. “СССР халыҡтары әҙәбиәте (башҡорт әҙәбиәте)” һөнәре б‑са кандидатлыҡ дисс. яҡлау б‑са совет эшләгән. Институт ғалимдары тарафынан Көньяҡ Уралда 2 меңдән ашыу археологик ҡомартҡы асылған һәм тикшерелгән; Уралдағы төрки, фин‑уғыр һәм көнсығыш славян халыҡтары тарихы уларҙың үҙ-ара бәйләнештәр барышында, башҡорттарҙың этник тарихы, хужалығы, матди һәм рухи мәҙәниәте, ижт. һәм ғаилә көнкүреше тикшерелгән; башҡорт теленең диалекттары өйрәнелгән һәм тасуирланған;башҡ. фольклорының төрлө жанр өлгөләре йыйылған; Башҡортостан халыҡтары фольклорын йыйыу, системаға һалыу һәм нәшер итеү (2002), 2000—05 йй., 2006—10 йй., 2011—15 йй. БР халыҡтары телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү б‑са дәүләт программалары эшләнгән. ТТӘИ респ. закондары проекттарын, Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарын, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарҙарын әҙерләүҙә, тел өлкәһендәге сәйәсәт һәм милли сәйәсәткә ҡағылышлы закон проекттары һ.б. документтар б‑са фекер алышыуҙа, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) эшмәкәрлегендә, керәшендәр, урыҫтар, татарҙар, украиндар һ.б. съездарын үткәреүҙә, Халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк һәм респ. конф., ш. иҫ. “Салауат Юлаев тормошонда һәм ижадында азатлыҡ идеялары” (“Идеисвободы в жизни и творчестве Салавата Юлаева”; 2004) Бөтә Рәсәй конф., “Рәсәй һәм Башҡортостан: мөнәсәбәттәр тарихы, хәҙерге хәл һәм перспективалар” (“Россия и Башкортостан: история отношений, состояние и перспективы”; 2007), “Зәйнулла Рәсүлев — күренекле башҡорт фекер эйәһе‑философы, мосолман донъяһының теологы һәм мәғрифәтсе педагогы” (“Зайнулла Расулев — выдающийся башкирский мыслитель‑философ, теолог и педагог‑просветитель мусульманского мира”; 2008), «“Урал батыр” һәм донъя халыҡтарының рухи мираҫы» («“Урал‑Батыр” и духовное наследие народов мира»; 2010—11), “Этногенез. Тарих. Мәҙәниәт: I Йосопов уҡыуҙары” (“Этногенез. История. Культура: I Юсуповские чтения”; 2011; Р.М.Йосопов иҫтәлегенә арналған) Халыҡ-ара конф. һ.б. ҡатнаша. 30‑сы йй. алып фәнни экспедициялар үткәрелә, халыҡ риүәйәтселәрен һәм сәсәндәрен табыу (1940 й. ғына 152 фольклор әҫәре яҙып алына),“Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосын системалаштырыу б‑са эштәр ойошторола һ.б. Институт хеҙм‑рҙәре урыҫ графикаһы нигеҙендә башҡ. алфавиты проектын эшләүҙә ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында хәрби фольклорҙы йыйыу һәм нәшер итеүгә ҙур иғтибар бирелә. 1947 й. урыҫ һәм башҡ. телдәренең сағыштырма грамматикаһын эшләү башлана. 50‑се йй. башынан башҡ. халҡының тарихи этнографияһын,архитектура ҡомартҡыларын, башҡ. совет әҙәбиәте тарихын һ.б., 60‑сы йй. —респ. совет осоро тарихын,Көньяҡ Уралдың бронза, иртә тимер һәм урта быуаттар осороноң айырым мәҙәниәттәрен, халыҡ һынлы сәнғәтен, башҡ. әҙәби телен һ.б.өйрәнеү алып барыла. 70‑се йй. алып ономастика йүнәлеше үҫешә, антропонимика, топонимика б‑са һүҙлектәр, монографиялар әҙерләнә, башҡ. теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөү эше бара. 80‑се йй. башлап башҡорт тел ғилеменең тарихи йүнәлешеүҫеш ала, уны әҙәби тел тарихы һәм дөйөм халыҡ теленең лексикаһы һәм фонетикаһы өлкәһендә сағыштырма-тарихи тикшеренеүҙәр кәүҙәләндерә. 1973 й. алып Археография комиссияһының Көньяҡ Урал бүлексәһе ойошторолоу м‑н археографик экспедициялар үткәрелә башлай. Йыл һайын комплекслы экспедициялар, ш. уҡ археологик экспедициялар, лингв.,фольклор (ш. иҫ. муз.), этнографик экспедициялар ойошторола. 650‑нән ашыу фәнни хеҙмәт нәшер ителә (2012), ш. иҫ. тарих өлкәһендә: “Башҡортостан тарихы буйынса материалдар”, “Башҡортостан тарихы. 1917—1990 йылдар” (“История Башкортостана. 1917—1990‑е годы”; 2 томда,2004—2005), “XIX б. икенсе яртыһы — XX б. башында Башҡортостан тарихы” (“История Башкортостана во второй половине XIX — начале XX века”; 2 томда, 2006—2007) һ.б.;этнография өлкәһендә: “Башҡортшәжәрәләре” (“Башкирские шежере”; 1960), “Рәсәйҙең төп халыҡтары: башҡорттар” (“Коренные народы России: башкиры”; 2007), “Башҡорт халҡының тарихы” (“История башкирского народа”; 1—7 томдар, 2009—12) һ.б.; археология өлкәһендә: “Башҡортостандың археологикҡомартҡылары” (“Археологические памятники Башкортостана”; 1996) һ.б.; тел ғилеме өлкәһендә: “Урыҫса‑башҡортса һүҙлек” (“Русско‑башкирский словарь”; 1948, 1964,2005), “Башҡорт теленең һүҙлеге”, “Башҡорт теленең диалектологик атласы” (“Диалектологический атлас башкирского языка”; 2005), “Башҡорт теленең академик һүҙлеге” (“Академический словарь башкирского языка”; 1—4 томдар, 2011—12) һ.б..; әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә: “Башҡорт әҙәбиәтеантологияһы. XIII—XVIII быуаттар”(1‑се том, 1999),“Башҡорт шиғриәте антологияһы. Быуаттар тауышы” (2001) һ.б.; фольклористикала: “Башҡорт халыҡ ижады” (урыҫ һәм башҡ. телендә) һ.б. Институт респ., Мәскәү, Ҡазандың вуздары, ғилми‑тикшеренеү учреждениелары, Венгрия, Германия, АҠШ, Төркиә, Япония ғалимдары һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Берлин ун‑тының Төркиәт үҙәге м‑н берлектә немец һәм инглиз телдәрендә һөйләшеүселәр өсөн башҡ. теле дәреслеге әҙерләнгән һәм баҫтырылған. ТТӘИ Рәсәйдәүләт ғилми фондының (2004 й. алып), Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фондының (2005 й. алып) “Башҡортостандың этностатистик атласы (XIX б. уртаһы –XX б. аҙағы)” [“Этностатистический атлас Башкортостана (середина XIX —конец XX вв.)”; М.И.Роднов], “Көньяҡ Урал мифологияһы лексикаһы”(“Лексика мифологии Южного Урала”; Ф.Ғ.Хисамитдинова), “Уралда яңы иҡтисади сәйәсәт осоронда шәхси капитал”(“Частныйкапитал в период НЭПа на Урале”; А.Д.Казанчиев), “Башҡорт лингвистикаһын мәғлүмәт м‑н тәьмин итеү” (“Информационное обеспечение башкирской лингвистики”; З.Ә.Сиражетдинов), “1930—1950 йй. Көньяҡ Урал халҡы”(“Население Южного Урала в 1930—1950‑е гг.”; Р.Н.Сөләймәнова), “Башҡорт халҡы: социаль‑демографик характеристикалар (Башҡорт АССР‑ының 1959—89 йй. материалдарында)” [“Башкирское население: социально‑демографические характеристики (на материалах Башкирской АССР 1959—89 гг.)”; Н.В.Әхмәҙиева], “Башҡорт халыҡ бейеү фольклоры” (“Башкирский народный танцевальный фольклор”; Р.Ә.Солтангәрәева), “Хәҙерге заман йәмғиәтендә ислам традицияларының трансформацияһы (Башҡортостан Республикаһы материалдында)” [“Трансформация исламских традиций в современном обществе (на материале Республики Башкортостан)”] һ.б. темалар б‑са эшләү өсөн гранттарын ала. Институт м‑н Т.Ғ.Байышев, Ә.Ғ.Бейешев, Н.В.Бикбулатов, И.М.Гвоздикова, И.Ғ.Ғәләүетдинов, Р.Ә.Дәүләтшин, В.А.Иванов, Э.Ф.Ишбирҙин, Йосопов, Р.Ғ.Кузеев, С.Ф.Миржанова, Н.Х.Мәҡсүтова, А.Х.Пшеничнюк, Ғ.Й.Рамаҙанов, Ә.М.Сөләймәнов, Ғ.Б.Хөсәйенов, С.Н.Шитова, Ҡ.З.Әхмәров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. ТТӘИ “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1982). Дир.: М.А.Солянов (1932 й. мартынан алып), Ә.Чаныш (1932 й. сент. алып), Ғ.Амантай (1933 й. алып,1937 й. апр.‑окт.), А.М.Таһиров (1936 й. алып), Ә.Н.Усманов (1937 й. алып, 1943 й. июне – 1951 й. марты), Х.Х.Хамматов (1939 й. алып), Ш.Ш.Байков (1941 й. алып), А.Ғ.Ҡудашев (1942 й. алып), М.Й.Йәнгиров (1951 й. алып), Ш.И.Типеев (1952 й. алып), Ә.И.Харисов (1954 й. алып), Х.С.Сайранов (1963 й. алып), Х.Ф.Усманов (1980 й. алып), З.Ғ.Ураҡсин (1988 й. алып), И.Ғ.Илешев (2002 й. алып), Хисамитдинова (2005 й. алып).

Әҙәб.: Буляков И.К., Ураксин З.Г., Халфин С.А. 40 лет академической науке в Башкирии: история, филология. Уфа, 1991; 80 лет в научном поиске: Институт истории, языка и литературы Уфимского научного центра Российской академии наук. Уфа, 2012.

Ф.Ғ.Хисамитдинова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019