Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРИХНАМӘ

Просмотров: 407

ТАРИХНАМӘ (ғәр. тарих һәм фарс. намә — әҫәр), башҡорт әҙәбиәтенең ырыу, ҡәбилә йәки халыҡ тарихына арналған тарихи‑функциональ жанры. Башҡорттар араһында ислам таралыуынан һуң формалаша башлаған, тип фараз ителә. Үҙендә шәжәрә һәм тәуарих элементтарын йөрөтә. Ҡөрьәнгә ингән донъяның яралыуы, Туфан һыуы ҡалҡыуы, кешелектең ата-бабалары, тәүге пәйғәмбәрҙәр т‑дағы мифик сюжеттарҙы; төбәк, зона масштабындағы тарихи ваҡиғаларҙы, айырым шәхестәрҙең тарихын һ.б. үҙ эсенә ала. Т. хикәйәләү ырыу‑ҡәбилә генеалогияһы м‑н тығыҙ бәйләнештә алып барыла. Т.Ялсығолдоң “Тарихнамә‑и болғар” әҫәре (18 б. аҙ.; “Болғарҙар тураһында тарихи әҫәр”) Т. жанрында яҙылған. Әҫәр “башланғыс ваҡыттан” (тәү ата‑бабалар ваҡыты) башлана, Әҙәм һәм Һауа исемдәре телгә алына, артабан уларҙың нәҫелдәре эҙмә‑эҙлекле һанап сығыла. Бында Фирҙәүсиҙең “Шаһнамә” поэмаһының мифол. өлөшө м‑н ниндәйҙер оҡшашлығы асыҡлана. Һуңынан автор төркиҙәр тарихына күсә. Йөкмәткеһе б‑са күберәк реалистик булған был өлөшөндә мажаралы һәм трагик характерҙағы эпизодтар осрай. Йомғаҡлау өлөшөндә генеалогия автор һәм уның улдарына тиклем барып етә; авторҙың “мин” тигәне һәм индивидуаль стиле беренсе планға сыға, һөйләүсенең фекер һәм тойғолары үтә аныҡ күренә башлай. Тәүҙә башҡорттарҙың әйле ырыуы тарихы булып башланған әҫәр ҙурыраҡ пландағы Урал‑Волга буйы тарихын яҡтыртҡан хеҙмәт булып китә. Ҡомартҡының Өфө, С.‑Петербург, Ҡазан архивтарында һаҡланған 10‑дан ашыу күсермәһе бар. Т.Ялсығолдоң әҫәре м‑н ҡайһы бер структур һәм тематик оҡшашлыҡ “Үҫәргән тәуарихы”, ш. уҡ “Тәуарихи башҡорт” исеме аҫтында билдәле булған аноним хеҙмәттә бар. Бында тасуирлау бөтә ер шарын улдары Сам, Хам һәм Яфесҡа бүлеп биргән Нух (Ной) исеме м‑н башланып китә; параллель линиялар бирелә: пәйғәмбәрҙәр һәм изгеләр генеалогияһы — бер яҡтан, бей һәм хандарҙыҡы— икенсе яҡтан. Ҡомартҡының 2 варианты бар, уларҙың береһе Ғилми китапханала, икенсеһе Ғ.Б.Хөсәйенов коллекцияһында һаҡлана.

Әҙәб.: Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1‑се т. Өфө, 1990; Г а л я у т д и н о в И.Г. “Тарих нама-и булгар” Таджетдина Ялсыгулова. 2‑е изд. Уфа, 1998.

М.Х.Нәҙерғолов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019