Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАРМАҠ-АРА ИНСТИТУТ

Просмотров: 271

ТАРМАҠ-АРА ИНСТИТУТ, өҫтәлмә проф. белем биргән шәхси мәғариф учреждениеһы. 1967 й. Өфөлә “Башмежколхозстрой” уҡыу‑курс комб‑ты булараҡ асыла, 1992 й. алып “Башкирскагропромстрой”, 1998 й. — Башҡ‑н тармаҡ-ара хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге өлкәһендә проф. әҙерлек уҡытыу-методик үҙәге, 2002 й. — Башҡ‑н тармаҡ‑ара хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт, юл хәрәкәте, янғын, электр хәүефһеҙлеге, энергия һаҡлау өлкәһендә квалификация күтәреү ин‑ты, 2009 й. — Башҡ‑н тармаҡ‑ара хеҙмәтте һаҡлау, экология һәм производствола хәүефһеҙлек ин‑ты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — газ, тау, нефть, нефтехимия, нефть эшкәртеү, химия, энергетика сәнәғәте, күтәргес ҡоролмалар һәм баҫым аҫтында эшләүсе ҡорамалдарҙы эксплуатациялаусы пр‑тиелар объекттарын хеҙмәтләндергән етәкселәр, белгестәр һәм эшселәрҙе проф. йәһәттән яңынан әҙерләү һәм уларҙың квалификацияһын күтәреү (100‑ҙән ашыу программа). Уҡыу курстары көндөҙгө, ситтән тороп һәм көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу формалары б‑са эшләй. Институт составына 2 ф‑т, 12 каф., 8 филиал, 2 уҡыу пункты, уҡыу оҫтаханаһы инә. Китапханаһы, норматив‑техник әҙәбиәтте һатыу һәм редакция‑нәшриәт бүлектәре бар. 64 уҡытыусы араһында 1 фән д‑ры һәм 14 фән канд. (2017). Йыл һайын 30 меңгә яҡын кеше уҡытыла. РФ һәм БР вуздары, ғилми-техник учреждениелары һәм үҙәктәре м‑н хеҙмәттәшлек итә. Институтта 1000‑дән ашыу монография, уҡыу әсбабы һәм методик тәҡдимдәр нәшер ителгән; “Охрана труда и промышленная безопасность” (“Хеҙмәтте һаҡлау һәм сәнәғәт хәүефһеҙлеге”) гәз. сығарыла. “Сәләмәтлек һәм хәүефһеҙлек” (“Здоровье и безопасность”; 2006) Бөтә Рәсәй инновацион эшләнмәләр конкурсы, “Рәсәй иҡтисади үҫеш лидеры” (“Лидер экономического развития России”; 2007; икеһе лә — Мәскәү) Халыҡ-ара пр. һ.б. лауреаты. Дир.: В.С.Васильев (1968 й. алып), В.И.Бозин (1969 й. алып), М.М.Доброгост (1973 й. алып), Г.М.Гришин (1982 й. алып); ректоры — А.Х.Әхмәтшин (1994 й. алып).

А.Х.Әхмәтшин

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019