Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАШЛЫЙЫЛҒА, Балтас р‑нындағы ауыл

Просмотров: 366

ТАШЛЫЙЫЛҒА, Ҡ а р а ғ а й   й ы л ғ а, С о с н о в к а, Балтас р‑нындағы ауыл, Түб. Һикеяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 14 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнc. табан 51 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 360 кеше; 1920 — 306; 1939 — 287; 1959 — 209; 1989 — 127; 2002 — 132; 2010 — 105 кеше. Мариҙар йәшәй (2002).

Ауылға Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1735 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар нигеҙ һала. 1746 й. бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы мариҙарҙың яңы төркөмө төпләнгән. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 104 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 31 йортта — 187 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. буяу оҫтаханаһы, бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019