Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТАШЛЫКҮЛ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

Просмотров: 380

ТАШЛЫКҮЛ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Ғафури а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 282 кеше; 1920 — 449; 1939 — 406; 1959 — 279; 1989 — 274; 2002 — 340; 2010 — 318 кеше. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Бүздәк урта мәктәбе №1 филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. 2‑се ярт. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Шланлыкүл а. кешеләре нигеҙ һала. Шулай уҡ Шатлыкүл булараҡ теркәлгән. Исеме гидронимдан алынған. 1896 й. 43 йортта 271 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мөгәзәй булған. 1906 й. мәсет теркәлгән. Б.Б.Ҡудашев ошо ауылда тыуған.

З.М.Цуканова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019